Мохтаждарҙың тын алышын тойоп…16.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатында булды.

Республика етәксеһе бындағы социаль көнкүреш шарттарын баһаланы, учреждениеның персоналы, унда йәшәгән кешеләр менән аралашты.

Ойошманың шәфҡәтлелек бүлексәһендә 80 кеше йәшәй. Уларҙың 30-ҙан ашыуы түшәктән тормай, ҡалғандары ярҙам менән генә хәрәкәт итә.

Радий Хәбиров бүлексәгә килгән Башҡортостан митрополияһы ҡарамағындағы шәфҡәтлелек ирекмәндәре менән һөйләште. Ул шулай уҡ бүлмәләрҙе, ашхананы ҡарап сыҡты, юл һәләкәтенән һуң инвалид булып ҡалған Элеонора Маркова менән аралашты. Төбәк етәксеһе коляскалағы инвалидтарҙың мәшғүллеген ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды, ҡыйынлыҡ тыуған осраҡта ярҙам күрһәтергә әҙерлеге хаҡында белдерҙе.


Вернуться назад