“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә16.10.2018
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне.

Республика көнөндә эфирға “Ретро+” проекты сығарылды. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәскә атҡан осорға алып ҡайта. 12 октябрҙә иһә башҡорт телендә “Мәҙәниәт яңылыҡтары” башланды. 6 октябрҙән – аҙна һайын башҡортса “Дежур бүлек”.

“Халыҡ медицинаһы” тапшырыуының тәүге сығарылышы ла эфирға әҙер. “Музхәбәр”, “Онлайн хәбәрсе”, “Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары”, “Сәйәхәтсе һуҡмағы”, “Башҡортса интервью”, “Ҡош юлы” кеүек проекттар ҙа, һис һүҙһеҙ, үҙ тамашасыһын табыр.


Вернуться назад