Ғаилә бәхете – ил бәхете16.10.2018
Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар.

Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә Магнитогорск ҡалаһында эшләй, әсәйем – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, атайым – металлургия заводында инженер. Уларҙың тәүге күрешеүҙәре былай булған. 1999 йылда Сибай педагогия колледжын тамамлағас, әсәйемде йүнәлтмә буйынса Әбйәлил районының Таштуй урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ул тәрбиәүи эштәрҙе ойоштороу­сы була.

Атайым иһә ауылда 8 Март байрамына арналған “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсын ҡарарға килгән һәм тәүге тапҡыр ошо кисәлә әсәйем менән осрашҡан. Байрамға арналған дискотекала атайым әсәйемде бейергә саҡырған. Бер күрешеүҙә уларҙың күңелендә мөхәббәт уты тоҡанған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәштәр сәстәрен сәскә бәйләгән.

Улар ике тиҫтә йылға яҡын иңгә-иң терәп бәхетле ғүмер йомғағын һүтә. Беҙгә, ҡыҙҙарына, матур тәрбиә өлгөһө улар.
Мин Сибай гимназия-интернатының 11-се класында уҡыйым, һеңлем Эльвина 4-се класта белем ала. Аллаға шөкөр, бик татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәбеҙ.
Әсәйем наҙлы һүҙҙәре, тәмле аштары, йылы ҡараштары менән өйөбөҙҙө нурландырып тора. Эшен ярата, балалар баҡсаһында балаларҙы хәстәрләп, ҡурсалап, наҙлап ҡына ҡарай, ә беҙҙе инде айырыуса ярата, фәһемле кәңәштәр бирә, һәр саҡ дуҫтарса серләшәбеҙ.

Атайымдың ҡулдары алтын. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Атай-әсәй – алтын ҡанат тигәндәй, икебеҙ ҙә атай-әсәйҙең йылы ҡанаттарына һыйынып үҫтек. Улар эшлекле, тырыш, ярҙамсыл кешеләр. Беҙҙең ғаиләлә шундай йола бар: ниндәй генә байрам булмаһын, уны ғаилә менән үткәрергә тырышабыҙ. Сәйәхәткә лә бергә сығабыҙ, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтабыҙ.

Күптән түгел иһә хыялланған маҡсатым тормошҡа ашты — Сәғитовтар нәҫеле бергә йыйылып, Бөрйән районының Байназар ауылы эргәһендә ҙур байрам үткәрҙе. Нәҫелебеҙҙең шул тиклем дәррәү, ихлас йыйылыуына һоҡландым, туғандарҙың күплегенә иҫем китте.

“Ырыуыбыҙ – ҡыпсаҡ, ағасыбыҙ – ҡарағай, тамғабыҙ – даға, ораныбыҙ – Тәңре, ҡошобоҙ – ҡарсыға” тигән яҙыуҙы тәү күргән кешеләр хәтерҙә һаҡлау өсөн ҡат-ҡат уҡыны. Бөрйән районының Байназар ауылында Сәғитовтар урамы бар.

Иң элек оло быуын вәкилдәре телмәр тотто һәм туғандарҙы таныштырҙылар, Сәғитовтар шәжәрәһен һөйләп бирҙеләр. Мин һәр береһенең телмәрен иғтибар менән тыңланым. Белмәгән ҡәрҙәштәрем байтаҡ булып сыҡты.

Иҫке Монасип башҡорто Килмөхәмәт Сәғит улы Биктимеровтың шәжәрәһен дә эшләгәндәр ине, шул шәжәрәнән ата-бабаларымды белдем, ветеран олатайҙарым тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт алдым. Мәҫәлән, Әхмәтшәриф олатай мулла булған, һуғышта ҡатнашҡан. Батыр пулеметсы, Сталинград геройы иң ауыр алыштарҙа ҡатнашып, батырлыҡтары өсөн өсөнсө дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Мөхтәр Сәғитов – яҙыусы, фольклорсы-ғалим, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уның исеме Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Яңы Монасип ауылдарындағы урамдарға ҡушылған, музей асылған, бюст ҡуйылған. Шундай абруйлы туғандарымдың данлы эҙҙәренән йөрөүем – үҙе бер ғорурлыҡ.

Әүлиә олатайымдың зыяратын да барып күрҙек. Ильяс мәзин Сәғитов Иҫке Монасип ауылында ерләнгән. Сәғитовтар араһы булған Ильяс олатай Зәйнулла ишандың уҡыусыһы булған. Әле уның ейән-ейәнсәрҙәре иҫән һәм Яңы Монасип ауылында йәшәй. Ильяс олатай бик белемле һәм көслө рухлы мулла, әүлиә булған, кешеләрҙе дауалаған. Беҙ ҡәберенә барып, уға рәхмәттәр әйттек, теләктәр теләнек, доға ҡылдыҡ.

...Беҙҙең ғаиләнең тағы бер ғорурлығы – Рәсүл Сәғитов, билдәле журналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Ул да сарала әүҙем ҡатнашты.

Туғандар менән аш татлы, тигән боронғолар. Ысынлап та, инәйҙәребеҙ бешергән тәмле ризыҡтарҙы туғандар бергәләшеп ашаны, уйын-көлкө, йыр-моң өҙөлмәне. Балалар ҙа, ололар ҙа маһирлығын, оҫталығын күрһәтте. Ярыштар ойоштороп, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ошо байрамдан һуң шәжәрә байрамы ни тиклем әһәмиәтле икәнлегенә төшөндөм. Тантаналы сараны ойошторған туғандарыма, шул байрамға алып барған атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Данлы нәҫелемә мин дә изге ғәмәлдәр менән ҡот өҫтәрмен әле.


Вернуться назад