Ауыл йәме16.10.2018
Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә.

Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр “батшалығы”нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәскәләр юҡ бында: аллы-күкле төҫтәрҙән күҙ сағыла, хуш еҫтәренән баш әйләнә, илаһи матурлыҡтан хайран ҡалаһың! Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алғанда, сәстәрең үрә торор. Үҙҙәре лә матурлыҡҡа ғашиҡ йәнле кеше генә тыуҙыра алалыр, тигән уйҙарым дөрөҫлөккә тап килде.

Йорт хужалары менән яҡындан танышыу өсөн өйгә үтәбеҙ. Ысынлап та, Мәрфуға менән Зиннур Аҡы­ловтар ихлас күңелле, дәртле һәм алсаҡ кешеләр булып сыҡты. Әңгә­мәбеҙ, әлбиттә, сәскәләрҙән башланды.

– Үҙем шул тиклем сәскәләргә ғашиҡ кешемен, – тип һүҙ башланы хужабикә. – Ҡыш көнө лә тәҙрә­ләремдә гөлдәр балҡып ултыра, ҡартым шаяртып, “тәҙрәне бысратып бөтөрәһең, гөлдәрең менән” тип тә ҡуя. Иртән яҙҙан тәҙрә төп­тәрен тултырып сәскә үҫентеләрен ултыртам, көндәр йылыныу менән, уларҙы баҡсама алып сығам. Аҙаҡ бер-бер артлы матурҡайҙар сәскә атып, күңелдәрҙе күтәрә. Сәскәләр минең йәшәү рәүешемә әйләнде тиһәң дә була. Улар өсөн мин һәр саҡ ваҡыт табырға тырышам. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултырмаһа, аш бүлмә­һендәге лимоным емеш бирмәһә, ихатамдағы петуниялар, астра, георгин, лилиә, флоксы һәм башҡалар үҫмәһә, тормошомдоң бер яғы китек булыр ине. Ә былай донъям да, тормошом да шау сәскә кеүек!

Мәрфуға Фазылйән ҡыҙының һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уның әйткәндәрен тормош иптәше Зиннур Зәйнулла улы ла йөпләй. Ата-әсәһенең был шөғөлөн тормошҡа ашырыуға улдары Рәшиттең ярҙамы ҙур. Әйткәндәй, ул – һөнәре буйынса биолог. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының биология факультетын тамамлаған егет әле Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә биологиянан уҡыта, ғилми эш менән шөғөлләнә. Йыл һайын уҡыусылары менән үҫемлекселек буйынса төрлө эҙләнеүҙәр үткәрә, тикшеренеүҙәр алып бара. Өфө Ботаника баҡса­һынан төрлө ирис бүлбеләре алып ҡайтып, ошонда уҡ тикше­ренеү эшен башлаған. Баҡсаның бер өлөшөндә уларҙы ултыртып, һәр көн һайын тәрбиәләй. Күпме сантиметрға күтәрелеүҙәрен, нин­дәй ашламаларҙы яҡшы ҡабул итеү­ҙәрен теркәй, төрлөсө эҙләнеүҙәр алып бара.

Салауат Юлаев, Йүрүҙән, Ирәндек, Аҡмулла һәм башҡа исемдәр ҡушылған был ирис сәскәләренең төҫтәре лә төрлөсә. Әле Аҡыловтарҙың баҡсаһында иристарҙың ғына 13 төрө үҫә.

Йыл һайын төрлө сит илдәргә сәйәхәт итергә яратҡан Рәшит Зиннур улы йөрөгән ерҙәренән үҙенә оҡшаған гөлдәр алып ҡайтып, шуларҙы үҫтерә. Ҡояшлы Төркиәлә тамыр йәйгән яран гөлөнөң бер төрө Хәйбулла тупрағын да үҙ иткән.

Мәрфуға һәм Зиннур 2001 йылда яңы өй һалып сыға. Ошоға тиклем күп ҡатлы йортта йәшәгән ғаилә ихатаны йәшеллеккә күмә. Баҡ­салары янда булһа ла, ошоға тиклем булған дөйөм баҡсаларын ташламай, һаман булһа ҡарауҙарын дауам итә. “Ул да ғаиләбеҙҙең бер өлөшөнә әйләнде, кешеләр күптән дөйөм баҡсаны ташлап бөттө, нисектер йәл, уға хыянат иткән кеүек килеп сығыр, әгәр уны ташлаһаҡ”, – ти Аҡыловтар.
2015 йылдан алып Хәйбулла райо­нында хаҡлы ялдағылар араһында “Ветеран ихатаһы” исемле конкурс уҙғарыла. Уның тәүге еңеүселәре лә минең геройҙарым булып сыҡты. Улар 2015 йылда “Иң яҡшы ветеран ихатаһы” конкурсында Гран-при яулай.

Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫкән Мәрфуға Фазылйән ҡыҙы Әбүбәкер ауылы егете Зиннур Зәйнулла улы менән сәстәрен сәскә бәйләүенә ҡыуанып бөтә алмай. “Ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләнем, ауыр булды эшебеҙ. Иртә таңдан тороп кискә тиклем эшләргә тура килгән саҡтар ҙа булды. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, улдарыбыҙҙы ҡараны. Үҙе лә шофер булып эшләне, гөрләтеп донъя көттөк. Бабайыма шул тиклем рәхмәтлемен”, – ти бәхетле ҡатын. Шамил һәм Рәшит улдарына юғары белем биреп, ололарын башлы- күҙле итеп, әле өс ейән-ейәнсәр һөйөп ултыра улар. Хаҡлы ялда тигәс тә, Аҡыловтарҙы баҡса үҫ­тереп, сәскәләргә һоҡланып ултыра тип уйлаһаң, тәрән яңылышаһың, хөрмәтле гәзит уҡыусым. Улар күпләп мал аҫрай, уның ағын эшкәртеп, һөт ризыҡтары һата. Хужабикә үҙе кәсеп иткән аш-һыуын ике көнгә бер баҙарға алып сыға йәки клиенттары өйҙән килеп ала. Яңы айыртылған ҡаймаҡ тиһеңме, май, ҡорот, эремсекме – барыһын да эшләй ул. Ҡороттоң ғына бер нисә төрө бар. Муйыллы, сейәле, сөсө, әсеһе кәрәкме, теләгәнеңде һайлап ал!

Бына шулай һәр минуттың ҡәҙе­рен белеп, был тормошҡа шатланып, балаларына ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, донъяларын сынъяһау­ға әйләндереп, сәскәләргә һоҡла­нып, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереп, экопродукттар әҙерләп, йәштәргә өлгө булып йәшәй геройҙарым.


Вернуться назад