Иң төҙөктәр асыҡланды15.05.2012
“2011 йылда Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды һәм 11 майҙа республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында еңеүселәр бүләкләнде.
Улар халыҡ һанына ҡарап биш категорияға бүленде. 70 меңдән күберәк кеше йәшәгән муниципаль берәмектәр араһында иң төҙөгө тип Октябрьский ҡалаһы танылды. Икенсе урында — Стәрлетамаҡ, өсөнсөлә — Салауат.
50 меңдән 70 меңгә тиклем халҡы булған ҡалалар араһында беренселекте Туймазы яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ишембай менән Күмертау бүлеште.
Башҡа категорияларҙа Учалы, Яңауыл һәм Йәрмәкәй ауылы еңеүсе тип табылды.
Бәйгегә йомғаҡ яһағанда иң элек халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифаты һәм күләме, ауыл-ҡалаларҙың архитектураһы, биҙәлеше, төҙөклөгө, йәшәйеш объекттары менән тәьмин ителгәнлек, уларҙың техник торошо иғтибарға алынды. Тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим әһәмиәткә эйә булды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад