Баланды йөрәк-ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда ҡулланалар. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда, баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йөрәк сиренән йонсоғанда, ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, дүрт-биш сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.
Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10-15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.
Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20-30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 грамм баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙергә һәм, өс стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30-40 минут төнәтергә.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә дүрт-биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.