8–9 июндә Сибайҙа “Көньяҡ-көнсығыш райондар-2012” төбәк-ара инвестиция форумы үткәрелә.
Әлеге сарала һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте алып барыу алымдары хаҡында һөйләшеү, 2020 йылға илдә 25 миллион юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыуға йүнәлтелгән “25–20” стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр индереү ҡаралған.
Сибайға федераль һәм төбәк власть органдары, үҫеш институттары, бизнес-структуралар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәйҙең билдәле ғалимдары һәм эксперттары килеүе көтөлә. Программала пленар ултырыш, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү, экспозициялар ойоштороу ҡаралған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.