Батырҙар исеме үлемһеҙ15.10.2018
Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка ауылындағы Батырҙар аллеяһында ике яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде.

Быға тиклем унда районыбыҙҙан сыҡҡан биш геройҙың һыны урын алған ине. Республика көнөндә шуларға Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов менән Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтың бюстары өҫтәлде. Сарала Башҡортостандың финанс министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина, республика ветерандар Советы рәйесе Валерий Шәрипов ҡатнашты.

Геройҙарҙың һынын яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов һынландырҙы. Ике һәйкәл дә Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһында ҡойолған.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был изге эште башҡарыуҙа ҙур көс һалған Өлфәт Ҡобағошовҡа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы начальнигы Александр Ивановҡа, “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан ҡаһармандарҙың рухтарын иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Иҫтәлекле байрам көҙгө уңыш күргәҙмәһе һәм урындағы һәүәҫкәр артистар әҙерләгән күңелле концерт менән тамамланды.


Вернуться назад