Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән берлектә “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” проектын бойомға ашыра башлау хаҡында хәбәр итте. Был уңайҙан “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының медиа-үҙәгендә матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов, “Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһының төбәк-ара координаторы Александр Юдин, “Өфө” аэропортының матбуғат секретары Татьяна Ризван һәм журналистар ҡатнашты.
– Проекттың төп маҡсаты – Рәсәй аэропорттарына бөйөк ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен биреү, йәш быуынды улар менән таныштырыу. Сит ил ҡунаҡтары ниндәй генә аэропортҡа килеп төшһә лә, шулай итеп, Рәсәйҙең күп яҡлы мәҙәниәтенә сума ала. Киң мәғлүмәт сараларында был проект йәһәтенән күптән йәнле фекер алышыу бара. Теләгән һәр кем 16 октябргә тиклем тәҡдимен иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем 280-82-36 телефоны аша, йәки Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына “аэропорт” билдәһе менән ебәрә итә ала. Һөҙөмтәләрҙе барлағас, улар 18 октябрҙә Рәсәй Йәмәғәт палатаһына ебәреләсәк. 29 октябрҙән алып 7 ноябргә тиклем иң күп тауыш йыйғандарҙан исемлек төҙөлөп, өс лидер билдәләнәсәк. Финал, йәғни һуңғы этап, 8 ноябрҙән 30-ына тиклем, – тине Ольга Панчихина.
Конференцияны алып барған тележурналист Эльвира Ямшанова билдәләүенсә, “Өфө” аэропортына тәҡдим ителгән атамалар араһында Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Мостай Кәрим, Сергей Довлатов кеүек бөйөк яҡташтарыбыҙҙың исемдәре бар икән.
– Тәҡдим ителгән варианттарҙан Салауат Юлаев иң отошлоһо, тип уйлайым, – тине Айтуған Аҡманов үҙ сығышында. – Был – беҙҙең билдәле бренд. Шуға күрә лә уны пропагандаларға кәрәк. Салауат Юлаев, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, яугир булыуынан тыш, сәнғәт кешеһе лә. Аэропортҡа исем һайлағанда шәхестең үҙенә генә түгел, уның ҡылған эштәренә лә күҙ һалыу мөһим.
Бөйөк еңеүҙәребеҙҙе лә оноторға ярамай. Өфө аэропорты билдәле осоусыларыбыҙҙың, мәҫәлән, Муса Гәрәевтең исемен йөрөтһә, бигерәк тә шәп буласаҡ. Был проектҡа күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Улар йылдар үткәс, балаларына “бында беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар” тип һөйләп ултырырлыҡ булырға тейеш. Ирекмәндәр, халыҡ был проект хаҡында күберәк хәбәрҙар булһын өсөн, махсус акцияларҙа ҡатнашасаҡ. Иртән һәм кисен аэропортҡа килеп төшкән, йә иһә осорға йыйынған юлсыларҙан һорау алыу ойоштороласаҡ.