Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Унда яңы төҙөлгән биҫтәләр халҡы өсөн социаль инфраструктура объекттары етешмәүе хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, поликлиникалар, башҡа социаль объекттар төҙөлөшөнә инвесторҙар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Илдең алдынғы төбәктәрендә был – ғәҙәти ғәмәл.
Һаулыҡ һаҡлау системаһындағы етешһеҙлектәр кәңәшмәләге төп темаларҙың береһенә әүерелде. Радий Хәбиров онкология һәм кардиология диспансерҙарының яңы корпустары төҙөлөшөн оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Шулай уҡ медицина кадрҙарына ҡытлыҡ, халыҡтың ташламалы категориялары өсөн дарыуҙар һатып алыу мәсьәләһе тикшерелде.
– Күп кенә төбәктәр өсөн педиатрҙар, отоларингологтар, невропатологтар етешмәүе – ғәҙәти күренеш. Был аңлашыла, әммә ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Электрон почтама кешеләрҙең тәүлектәр, аҙналар буйы табипҡа эләгә алмайынса үлеүе тураһындағы хәбәрҙәр килә икән, был – енәйәтселек.