Әруахтар йорто кәртәләнде15.10.2018
Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның тирә-яғын таҙарта. Ошо мәлдә әруахтар төйәген кәртәләп алырға кәрәк тигән уйға киләләр.

Йәнә дөйөм тырышлыҡ менән 800 метрлыҡ ҡойма тотола. Тик был ғына бөтә зыяратты кәртәләп сығырға мөмкинлек бирмәй, 350 метр ер арауыҡҡа финанс етмәй ҡала. Шул саҡ ауыл халҡы яҡташтары – “Евротехмаш” компанияһы директоры Илгиз Абдуллинға һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимовҡа мөрәжәғәт итә.

Абруйлы яҡташтар түбәнге ибрайҙарға зыяратҡа кәртә ҡуйыуҙа ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә унда кәрәк-яраҡ туплау өсөн йорт һалырға, урам юлын ремонтларға ла финанс бүлә. Ауыл халҡы изге эшкә ҡыуанып бөтә алмай.


Вернуться назад