Ғүмеркәйҙәр заяға уҙмаһын15.05.2012
Хөкүмәтебеҙ нигеҙе ныҡлы һәм татыу ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе арттыра. Шулай уҡ никахтың рәсми теркәлеүен шарт итеп ҡуя. Ата-әсә иһә йола, ғөрөф-ғәҙәт буйынса ир баланы өйләндерергә, ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреп, башлы-күҙле итергә бурыслы. Йәш ғаиләләрҙең тормошо юлға һалынып киткәнсе ярҙам ҡулын да һуҙа улар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә ғаиләле булыуға ҙур иғтибар биреп: “Өйләнмәй йөрөгән буйҙаҡ — һеҙҙең арала иң яманы” тигән.
Ислам дине тарихынан белеүебеҙсә, ғаиләне бар иткән Аллаһы Тәғәләбеҙ иң тәүҙә атабыҙ Әҙәм менән әсәбеҙ Һауаны бар итеп, ҡауыштырып, никахлы итеп, әҙәм балаларын Ер йөҙөнә таратҡан.
Әйтергә кәрәк, бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла тормош еңел булмаған. “Балыҡсы ла балыҡты ауырлыҡ менән аулаған”, тиҙәр. Тормош юлдары һикәлтәле, шул арауыҡтағы ғүмерҙе үтер, ауыр йөктө бергә тартыр өсөн парлы булып йәшәгәндәр.
Тормошобоҙ бай, табыныбыҙ мул булһын тиһәк, Аллаһы Тәғәлә биргән аҡыл-көсөбөҙҙө, аңыбыҙҙы эшкә егеп йәшәргә бурыслыбыҙ. “Бармағыңа аң килһә, һөнәреңә дан килер” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Әлбиттә, донъя мәшәҡәттәрен ғаиләң, ғәзиз балаларың менән бергәләп күтәреү һәм алып барыу еңелерәк. “Ир менән ҡатындан да яҡын мөнәсәбәтле кеше юҡтыр” тип тә дөрөҫ әйтәләр.
Бәхетле ата-әсәнән генә шат сабый тыуа. Раббыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙы — ир-ат, ир-атты ҡатын өсөн яралтҡан. Бер-береһен хөрмәт иткән ғаиләләрҙә генә иманлы балалар үҫә, шуға күрә сабый донъяға килеү менән уға тәүфиҡ теләгәндәр.
Ата-әсәнең бурысы бала тыуҙырыу менән генә сикләнмәй, уны сәләмәт, халҡыбыҙ өсөн файҙалы итеп тәрбиәләү ҙә шарт. Ғаилә ҡиммәттәренең иң әһәмиәтлеһе — йылы мөнәсәбәт, тип иҫәпләйем.
Бер кеше лә гонаһтан, кәмселектән азат түгел. Етешһеҙ яҡтарҙы күргәндә килешмәүебеҙҙе, тәнҡитте уйынға бороп, йылмайыу аша еткереү отошло. Бәләкәй генә бәхәсте ҙурайтып ебәргәндә араларҙың һыуыныуы ихтимал. Утты ут менән һүндермәйҙәр, тиҙәр. Береңдең һыу булыуы кәрәк шул.
Юғарыла әйтелгәнсә, тормош еңел түгел, йәш ғаиләләр тарҡалыуға сәбәптәр ҙә табыла. Ҡайһы саҡта йырып сыға алмаҫлыҡ та күренә. Тик ауырлыҡтар ваҡытлыса — уларҙан сабырлыҡ һәм түҙемлек ҡотҡара. Ҡара болот араһында ҡояшыбыҙ ваҡытлыса торған кеүек, тормоштағы етешһеҙлектәр ҙә үтеп китеүсән.
50, 60 һәм 75 йыл бергә ғүмер кисергән ғаиләләрҙән шул ҡәҙәр ваҡытты парлашып үтеүҙәренең сере менән ҡыҙыҡһынһаң:
— Бер-береңә яҡшы мөғәмәлә, сабырлыҡ кәрәк, татыулыҡтың сере — бер-береңде ғәфү итә белеүҙә, — тип яуаплайҙар.
— Йәшәүҙең ҡәҙерен белеүҙә, — тип тә өҫтәп ҡуялар.
Ысынлап та, ихтирам күрһәтеп йәшәүгә ни етә! Ғүмер иҫ киткес тиҙ үтә, хатта балаларҙың ни арала үҫеп еткәнен дә һиҙмәйһең.
Әлбиттә, мөхәббәт артта ҡала, янып-көйөп ғашиҡ булып йөрөү ҙә юҡ. Биҙәнеп-төҙәнгән хәлдә лә, ҡартайғас, йәш саҡтағы кеүек, ғишыҡ уты тоҡанып бармай, шулай ҙа бер-береңә иғтибар һүрелмәй.
Беҙҙең дәүер кешеләре өсөн “ҡыуышта ла йәннәт” булһа, хәҙерге йәш ғаиләләргә илдәге үҙгәрештәр йоғонто яһамай ҡалманы. Йәштәрҙең байтағын мөхәббәттән бигерәк матди байлыҡ нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ҡыҙҙарҙың да күҙе — машиналы-аҡсалы егеттәрҙә. “Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра”, тиҙәр. Әммә матди байлыҡ та күктән төшмәй, маңлай тиреңде тамыҙып эшләгәндә генә муллыҡ килеүен оноторға ярамай.
Халыҡ йырында “ауыр һүҙҙәр ишетһәгеҙ, үткәреп ебәрегеҙ” тигән юлдар бар. Ғаиләлә лә, минеңсә, матди ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса була. Бер төптән егелеп ғаилә көткән парҙар ҡаршылыҡтар аша, ҡыйынлыҡтарҙы еңә барып, матур, етеш тормошҡа эйә булған. Донъя малын, байлыҡты ла, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә тапһаң ғына ҡәҙерле була.
Ата-бабалар ул-ҡыҙҙарыбыҙ йәш ғүмерҙәрен заяға үткәрмәһен, ғаиләле булып ғүмер итһен, тулай тораҡта түгел, ә үҙ йортоноң өҫтәлендә быу бөркөп самауыр-сәйнүк ултырһын, яман ғәҙәттәрҙән арынып, ғаиләһенә файҙа килтерһен, тип тәрбиәләгән.
Беҙ үҫкән осорҙа урамда тәмәке тартыу ҙа оят була торғайны. Хәмер эсеп, аҙып-туҙып йөрөүселәрҙе күрмәҫһең. Үҫмерҙәр алдында насар ғәҙәт күрһәтеү әҙәпһеҙлек һанала ине. Иҫеректе иманһыҙға һанай инек.
Ата-бабаларҙың ишле ғаиләһе ислам дине тәрбиәһендә үҫкән, ә дин фәҡәт изгелеккә өйрәтә. Йәш быуынға кесе йәштән ислам дине тәрбиәһе бирәйек. Иман хаҡында белеп үҫһәләр, ғаиләләребеҙҙең, сәләмәт ағас кеүек, тамыры ныҡ булыр.
Мәктәптәрҙә әҙәп-әхлаҡ, дин дәрестәре индерһәк, йәмғиәтебеҙҙә боҙоҡлоҡ, иманһыҙлыҡ кәмер тип уйлайым. Билдәле, һәр кемдең халҡына, үҙ милләтенә, үҙ тәбиғәтенә хас дине булырға тейеш. Тыйылған осорҙа ла динһеҙ йәшәмәнек.
Донъя көткәндә күндәм булыу ҙа кәрәк. Ауылыбыҙҙа тырышып донъя көткәндәр етерлек, өлгөлө балалар үҫтергәндәре лә байтаҡ.
Ғаилә ҡото, бәрәкәте — ҡатын-ҡыҙҙа, көс-ҡеүәте — ирҙәрҙә. Ир-атты эшенән ҡайтыуына йылы ғаилә усағы, мөләйем йөҙлө ҡатыны ҡаршы алһын. Эшләргә эшең, ҡайтырға ғаиләң булыуы һәм балаларыңдың көтөп тороуы ниндәй бәхет! Ҡатын-ҡыҙға бик ҙур бурыс йөкмәтелгән. Ул — балаларҙың әсәһе. Сабыйҙарҙы тәрбиәләү күберәк әсәгә төшә, әҙәп-әхлаҡты ла, телде лә, рухты ла ул һала бала күңеленә.
Һүҙ ҙә юҡ, ир-аттың да, ҡатын-ҡыҙҙың да ғаилә мәсьәләһенә нисек ҡарауына бәйле балалар яҙмышы. Етем үҫмерҙәр илебеҙгә байтаҡ ауырлыҡ тыуҙыра, аяныслы яҙмышҡа дусар булғандары борсоуға һала. Телевидениела, кинотеатрҙарҙа, интернетта ҡот осҡос фильмдар әҙәпһеҙлеккә юл ярған заманда, йәш ғаиләләргә өлгөлө тәрбиә юлдарын күрһәтһәк, файҙаға булыр ине. Ҡайһы бер тапшырыуҙарҙа биш-алты тапҡыр өйләнеүҙәре менән маһайыуҙары тәрбиә ҡанундарына һис кенә лә һыймай.
Әйтергә теләгәнем шул: бер-береһенә насип йәрҙәрҙең мөхәббәттәре һулымаһын — ғүмерле булһын. Типһә тимер өҙөрлөк ир-ат өйләнмәй йөрөп, ғүмерен заяға үткәрмәһен.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.


Вернуться назад