Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Көндәр башлыса болотло торасаҡ.
Бөгөн һауа температураһы ни бары +6 градус буласаҡ. Иртәгә бер аҙ йылытасаҡ: +9. Бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуасаҡ. Төнөн һауа температураһы -1... -6 градус, урыны менән -11 градусҡаса төшәсәк. Ваҡыты-ваҡыты менән көсәйеүсән талғын ел иҫәсәк.