Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк15.10.2018
Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәшертен пассажир ташыу проблемаһын күтәрҙе.

Атап әйткәндә, Өфө ҡалаһында законһыҙ автобус маршруттарын хеҙмәтләндереү мәсьәләһе тикшерелде. Радий Фәрит улы Мәскәү, Ҡазан кеүек мегаполистарҙа күптән инде бындай тәртип боҙоу осраҡтары булмауын белдереп, 1 декабргә тиклем ҡала власына йәшертен пассажир ташыусылар менән көрәш һөҙөмтәләре тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.


Вернуться назад