Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында булды. Ул ундағы социаль-көнкүреш шарттары менән танышты, йортта йәшәгән кешеләр һәм хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.
Радий Фәрит улы 80 урынлыҡ шәфҡәтлелек бүлексәһен ҡараны. Бында 30 кеше түшәктә ята, ә ҡалғандары кеше ярҙамы менән генә хәрәкәтләнә ала. Ошо ваҡытта йорт-интернатта Башҡортостан митрополияһының ирекмәндәре лә килгән ине.
Республика етәксеһе ашханала, кухня һәм йәшәү бүлмәләрендә булды. Шулай уҡ коляскалағы инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды, кәрәк булһа, ярҙам итәсәген белдерҙе.