“Үгәй” тигән һүҙ бәләкәй саҡтан уҡ әкиәттәр аша йән өшөткөс төшөнсә булып зиһенебеҙгә һалына. Шуға ла ысынбарлыҡта “үгәй” һүҙенә ҡарата изгелекте, яҡшылыҡты аңлатҡан һүҙ ҡушып әйтеү ҡолаҡҡа ят һымаҡ. “Яҡшы үгәй”, “кешелекле үгәй”, “изгелекле үгәй” тигән һүҙбәйләнештәр ҡапма-ҡаршы мәғәнә биргән һүҙҙәр кеүек. Шунлыҡтан ғаиләгә “үгәй” атамаһы менән өҫтәләсәк яңы кешегә ҡарата алдан уҡ кире мөнәсәбәт тыуа һәм уға иң элек, бәлки, хатта йылдар буйы үҙенең “үгәй” түгеллеген, ә фәҡәт атаһын йәки әсәһен алмаштыра торған кеше икәнлеген аңлатырға тура килә.
Иң элек беҙ “үгәй” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлайыҡ. Үгәй ул үҙ ҡаның түгел, ә сит ҡан, ят бауыр тигәнде аңлата. Үгәй атай, үгәй әсәй, үгәй бала тигән төшөнсәләргә үҙенсәлекле мәғәнә һалынған. Һинең үҙ атайың, үҙ әсәйең, үҙ балаң бар, ә үгәй үҙ ҡаның түгел. Тимәк, үгәй кеше баланың үҙ атаһын йәки үҙ әсәһен алмаштырыусы түгел, ә уларҙың вазифаһын үтәүсе. Шуның өсөн ғаиләгә өҫтәлгән яңы кеше бер ваҡытта ла баланың ҡан туғанын — атаһын йәки әсәһен алмаштырыуға дәғүә итергә тейеш түгел. Балаға ул үҙ кеше, дуҫ булараҡ яҡынайыу яғын ҡараһа, ике яҡ та ота. Айырым йәшәргә тура килгән йәки ваҡытһыҙ вафат булған атаһы йәки әсәһе тураһында насар һөйләү, уны кәмһетеү иҫәбенә үҙеңә абруй яулап булмай. Баланың тәрбиәһе, холҡо, йәше, йәшәгән мөхите, дуҫтары, таныштары, туғандарының йоғонтоһо үҙ-ара мөнәсәбәткә хәл иткес йоғонто яһай. Шуның өсөн ғаилә мәсьәләһен (әгәр ыңғай тәьҫир яһамаһалар) хәл иткән саҡта, мөмкин тиклем башҡаларҙы яҡынайтмаҫҡа, ә үҙ-ара уртаҡ фекергә килергә кәрәк.
Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, тиҙәр. Мөнәсәбәттәрҙе көйләү аҡрынлап, үҙ яйы менән һәүетемсә генә барырға тейеш. Баланы ирекһеҙләмәҫкә кәрәк. Көйләүсе ролен, әлбиттә, ике яҡтың да холҡон яҡшы белгән, ике яҡ өсөн дә уртаҡ булған кешегә үтәргә тура килә. Ҡапыл хәл итеү, көс ҡулланыу, “мин һине үҙемсә тәрбиәләп алырмын, һин мине белмәйһең әле, йүнле тәрбиә күрмәгән икәнһең, тыңларһың — тыңламай ҡайҙа барырһың, миңә ҡаршылашырға танау аҫтың кипмәгән, минең икмәкте ашайһың икән — минеңсә эшлә” тигән ысул менән дә, “мине яратҡас, уны ла ярат, мин бит унһыҙ йәшәй алмайым, минең хаҡҡа тыныс йәшә инде, минең хаҡҡа өндәшмә, түҙ” һәм башҡа шундай ялыныуҙар менән үҙеңде йәлләтергә тырышыу ҙа бала күңеленә кире тәьҫир итә. Беренсеһе — үҙенән, тыуған йортонан һыуындыра, бала икеһен дә күрә алмай башлай; икенсеһе — баланың берҙән-бер таянысы, ышанысы ла уның күҙ алдынан юғала, үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтә, шуға бала үҙен бөтөнләй терәкһеҙ тоя. Ике осраҡта ла бала күңел йылытыр, һыйыныр урынды ситтән эҙләй.
Һуңғы ваҡытта ғаиләләрҙең тарҡалыуы йышая, фажиғәле үлемдәр арта. Бының һөҙөмтәһе — үгәй атайлы, үгәй әсәйле ғаиләләр ишәйә. Бик матур, татыу, үҙ-ара аңлашып йәшәп киткән ғаиләләр бар. Ҡан тартмаһа ла, йән тартҡан кешеләр ҡорған татыу ғаиләләр йәмғиәтебеҙ өсөн дә оло бәхет. Улар тойғоларына аҡылды теҙген итә белә. Бындай ғаиләлә бала “үҙен” юғалтмай. Ә уның артабанғы тормошо өсөн был бик мөһим сифат. “Еңеп алам мин уны” тип “йыуашайтып”, “тыңлаусан” итеп алған баланың, танауына ҡулса кейҙерелгән үгеҙ һымаҡ, тышҡы тәьҫир арҡаһында ғына тыныс күренеүе ихтимал, ә алдатҡыс йыуашлыҡ аҙаҡ быуаһы йырылған йылға кеүек була. Шуның өсөн баланың үҙ холҡон, мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, шул уҡ ваҡытта ҡулдан да ысҡындырмай һәүетемсә генә бергә йәшәү — иң ҡулайлыһы. Һәр кемдең үҙ тормошо, шул уҡ ваҡытта айырым да түгел.
Ғаиләлә уртаҡ маҡсат, уртаҡ ынтылыш, уртаҡ шөғөл булмаһа, уйлап табырға кәрәк, улай ҙа булмай икән, иң яҡшыһы — бер-береңә ҡамасауламау.
Бөгөнгөнөң иртәгәһе бар. Кешеләрҙең, туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте улар өсөн генә түгел, уларҙан һуң киләһе быуындарға ла тәьҫир итә. Ә донъя — ҡуласа... Был йыл тартай һимерһә, икенсе йыл бүҙәнә һимерә, тигән аҡыл эйәләре.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы.