“Ҡартайырға әле иртәрәк...”13.10.2018
70 йәшкә етеп килгәндә яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп, барыһын да өр-яңынан башлап буламы? Хаҡлы ялға сығып “себештәр һанар саҡта” тормошто яңыса ҡороу мөмкин түгел”, — тип ҡаршы төшөүселәрҙең булыуына шикләнмәйбеҙ.

Бынан һигеҙ йыл элек Көйөргәҙе районының Балъя ауылына күсеп килгән Тамара Андреевна менән Юрий Михайлович Мосуновтар яңы урында тормош башлап, иҫке генә йорт һатып алып, 35 сутый ерҙе эшкәртеүгә тотонғас, уларҙың егәрлелегенә, тәүәккәллегенә һоҡланыусылар аҙ булмаған. Әле ғаилә 60-лап һарыҡ, ете һыйыр малы, аҙбар тулы ҡош-ҡорт аҫрап, өлкән йәштә яҡшы табыш алыуына, балалары һәм ейәндәренә матди ярҙам күрһәтеүенә ҡыуанып бөтә алмай.

“Миңә шунса йәш”, тип ҡартлығыңа һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырыу — ялҡауҙар шөғөлө”, — тип иҫәпләй йорт хужабикәһе.




Вернуться назад