Республикала “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыуға 16,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 36 гектарҙа йәйрәп ятҡан тәбиғәт ҡомартҡыһының әһәмиәте бик ҙур. Уның биләмәһендә иң бейек Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ ҡаялары, иң оҙон Киндерле мәмерйәһе урынлашҡан. Ғөмүмән, Еҙем йылғаһы буйында 147 мәмерйә иҫәпләнә!
Һуңғы йылдарҙа ҡырағай туристар арҡаһында был ерҙәр бик бысранды, уларҙы һаҡлау зарурлығы тыуҙы.
Проектты финанслау “Экология һәм тәбиғәт ресурстары” программаһына ярашлы киләһе йылдың 1 ғинуарынан башлана. Өс йыл эсендә визит-үҙәк, хакимиәт бинаһы, шлагбаум, юлдар, мәғлүмәт стендтары, туҡталҡалар төҙөләсәк.