Мәскәүҙә идарасыларҙың сираттағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы башланды. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы проекттарының береһе.
Быйылғы бәйгелә күп кенә яңылыҡтар индерелгән. Мәҫәлән, хәҙер унда рус телен етерлек кимәлдә белгән сит ил граждандары ла ҡатнаша ала. Тағы ла 20 эре ватан корпорацияһы конкурс менән ҡыҙыҡһынып, уның партнерҙары булырға теләк белдерҙе. Ойоштороусылар йәш сикләүен дә арттырҙы: элек ул 50 йәш ине, артабан 55 йәш буласаҡ.
Конкурсҡа теркәү 24 октябрҙә тамамланасаҡ. Финалға үткән һәр бер ҡатнашыусы, былтырғы кеүек, һайлаған уҡыу йүнәлешенә бер миллион һум күләмендә грант аласаҡ.