Тап ошо йырҙың һүҙҙәре хәтергә төштө Вәлиевтәрҙең бәхетле һәм татыу ғаиләһе менән танышҡас. Сәскә кеүек балҡып торған ике ҡыҙ, бер-бер артлы ярышып үҫкән өс баһадир ул ғаиләне бер бөтөн итә.
Сәхнәлә Вәлиевтәр үҙҙәре бер мөғжизә тыуҙырҙы. Өс йәшлек кенә Гөлдәрҙең апаһы менән ағаларынан ҡалышмай үҙенсә йырларға тырышыуы һоҡландырһа, көй ыңғайына тыпырҙатып бейеүе барыһын да хайран итте.
Вәлиевтәр Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән Гөлгөнә тап башҡорт ауылына килен булып төшөүенә һис үкенмәй. Ғәлинур Ғәни улы “Йылайыр” совхозында тир түккән. Әммә һуңғы йылдарҙа, хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас, эшһеҙ ҡалған. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгән, ауыл халҡының малына көтөүселекте алған.
Күптән түгел әсәлек капиталына йорт һатып алып, шунда йәшәргә күсә Вәлиевтәр. Хужабикә Башҡортостан Президенты ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алырға ла йыйына.
— Бала ул — бәхет, ә биш бала — бишләтә бәхет, — тип йылмая Гөлгөнә Тимерғәле ҡыҙы. — Балаларыбыҙҙың һәр береһе тормошобоҙға йәм бирә, мәғәнә өҫтәй, яуаплылыҡты арттыра. Улар яҡшы уҡып, һөнәр алһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ.
Ауыл ерендә йәшәп, үҙ көстәре менән бынамын тигән донъя көтөп, шул уҡ ваҡытта балаларын башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп тәрбиәләй алған ғаиләләр иғтибарға лайыҡ. Гөлгөнә менән Ғәлинур Вәлиевтәр үҙҙәренең тормош сәскәләрен барлыҡ төҫтәрҙә балҡытырға тырыша. Алтынсы класта уҡыған Нурғәле менән икенселәге Рамаҙан йырларға яратһа, туғыҙынсы класта белем алған Әлфинәләре торғаны менән артист. Мәктәптә яҡшы уҡыуҙары, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашыуҙары менән генә түгел, ә бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл булыуҙары менән башҡаларға өлгө. Вәлиевтәр йорт эштәрен дә берҙәм башҡара. Шул уҡ ваҡытта район кимәлендә үткәрелгән “Йәш ғаилә”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеләрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба.
Бер-береһен тиң күреп, һөйөнөп һәм һөйөлөп, балаларының һәр уңышына шатланып татыу йәшәгән Вәлиевтәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ысынлап та, бәхет мөхәббәтле ғаиләлә тыуалыр ҙа.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.