Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә килеп көс һынаштылар.
Конкурстың маҡсаты – рухиәтебеҙҙә лайыҡлы урын биләгән мөнәжәтте тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, йәштәргә өйрәтеү.
Сығыштар өс номинацияла – мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән сүрәләр башҡарыу буйынса баһаланды. Уларҙың һәр береһе буйынса берәр әҫәр һөйләргә кәрәк ине.
Сарала 22 яңғыҙ башҡарыусы һәм 16 коллектив ҡатнашты, барлығы 100-ҙән ашыу тел оҫтаһы йыйылды. Күркәм байрамда беҙҙең Йылайыр районынан да сығыш яһаусыларҙың булыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, яңғыҙ башҡарыусылар араһында уҙғарылған Ҡөрьәндән сүрәләр ятлауҙа Юлдыбайҙан Фатима Айытҡоловаға етеүсе булманы. Яманһаҙ ауылынан Гөлнур Йәнсурина шул уҡ номинация буйынса икенсе урынды яулаһа, Матрайҙан Гөлсирә Сәйетова әүҙем ҡатнашыусы булараҡ билдәләнде.
Конкурстың төп бүләге Ырымбур өлкәһенән килгән Флүзә Хәлитоваға тапшырылды. Ҡатнашыусыларҙан күптәр дипломға лайыҡ булды, төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
– Беҙҙең мөнәжәтселәребеҙ был конкурста өс йыл рәттән ҡатнашып, һәр саҡ беренсе урындарҙы алып килә, – ти Йылайыр районы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова. – Артабан да шулай булыр, конкурсҡа йәштәрҙе лә йәлеп итербеҙ тип ышанам.
Бындай саранан һуң мөнәжәт жанрына ҡарата иғтибар, ихтирам артыр, ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйер тигән ышаныстабыҙ.