Беләһегеҙме?15.05.2012
Барыһы ла үҙҙәренеке
Воронеж өлкәһенән Шишкиндар ғаиләһе, Рәсәйҙә иң ҙур ғаилә булараҡ, Гиннесстар рекорды китабына ингән. Улар тәрбиәһендә — 20 бала.
Үәт, исмаһам, рекорд!
Рәсәй крәҫтиәне 200 йыл элек ҡуйған рекордҡа әлегәсә берәү ҙә етә алмай. Федор Васильевтың тәүге ҡатыны 20 тапҡыр (!) бәпесләгән: 16 ҡабат игеҙәк (был — донъя рекорды), ете мәртәбә өсәр һәм дүрт тапҡыр дүртәр бала тапҡан.
Никах тарихынан
Бер ир менән бер ҡатындың никахлашыуы, йәғни моногам ғаилә, өс мең йылдар самаһы элек үк билдәле. Кешелек тарихында ғаилә ҡороуҙың ундай формаһы, полигамияға (парҙарҙың береһенең бер нисә кеше менән никахы) ҡарағанда, биш тапҡыр һирәгерәк осраған. Әммә хәҙер ул иң киң таралғаны.
* * *
Ҡайһы бер халыҡтарҙа, мәҫәлән, мосолмандарҙа һәм Көнсығыш илдәрендә, нигеҙҙә, полигиния, йәғни бер ирҙең бер нисә ҡатын менән никахлашыуы өҫтөнлөк иткән. Шулай уҡ полиандрия (бер ҡатындың бер нисә ир-ат менән йәшәүе) Көньяҡ Америка илдәрендә, Тибетта һәм Һиндостан ҡәбиләләрендә күҙәтелгән.
* * *
Сиркәү тарафынан никахҡа инеү йәше билдәләнгән булған: кейәүгә —15, кәләшкә — 13 йәш.
Нисә йәшкә ҡәҙәр никахҡа инергә тейешлек айырып әйтелмәгән, әммә руханиҙар үтә ҡартайған кешеләрҙе никахлаштырыуҙан баш тарта алған. Дүртенсе тапҡыр ғаилә ҡорорға теләүселәрҙе лә “сәстәрен сәскә бәйләү” тыйылған. Кәмендә өс шаһит ҡатнашлығында һәм никахлашыу тураһында яҙыу алып барып, рухани ғына яңы ғаиләне теркәй алған.
Балдаҡ — мөхәббәт билдәһеме?
Никахлашҡанда балдаҡ менән алмашыу йолаһы нисек барлыҡҡа килгән?
Өйләнешеүселәрҙең бер-береһенә балдаҡ бүләк итеү йолаһы Көнсығыш илдәренән таралған. Һуңыраҡ ул боронғо гректарҙа һәм римдарҙа күҙәтелгән. Артабан башҡа тарафтарҙа ла ғаилә ҡорған йәрҙәр балдаҡ кейә башлаған.
Ә йола ҡатын-ҡыҙҙы һатып алыуға бәйле барлыҡҡа килгән.