Сәтләүектең шифаһы12.10.2018
Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен элек-электән белгән. Сәтләүектең хәтерҙе яҡшыртыуы, ҡандағы холестеринды кәметеүе лә билдәле. Ашҡаҙан эшмәкәрлегенә лә ул ыңғай йоғонто яһай, ти белгестәр.

Диетологтар әйтеүенсә, грек сәтләүеге ҡан тамырҙары, йөрәк һәм мейе эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, төрлө минералдарға, витамин һәм омега-3 кислота­һына бай, ҡан составын һәм ҡан тамыр­ҙары торошон яҡшырта, антиоксиданттар миҡдарын арттыра. Рәсәй­ҙә уны Грециянан килтерелгәнгә күрә “грек сәтлә­үеге” тип атағандар. Тикшере­неүселәр уның организмға пребиотик һымаҡ тәьҫир итеүен билдәләп, аҙыҡ эшкәртеү өсөн кәрәкле бактерияларҙы арттырыуын асыҡлаған.


Вернуться назад