“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте12.10.2018
Былтыр Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы филиалын тамамлағандан һуң “Дауалау эше” буйынса диплом алған Диана Мөхәмәтова алдында хеҙмәт юлын ҡайҙа башлау мәсьәләһе килеп тыуа: үҙе тыуып үҫкән, күңелгә яҡын ҡалала ҡалырғамы, әллә тәүәккәлдәр һайлаған проектта ҡатнашып ҡарарғамы?

Диана, “Ауыл фельдшеры” програм­маһына ярашлы, Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә килә.
– Һис тә үкенмәйем, халыҡ ышаныс, ихтирам менән ҡабул итте, – ти ул бөгөн. – Үҙем дә һәр пациент менән уртаҡ тел табып, дауалау процедураларын тәҡдим итергә әҙермен. Ауылда оло йәштәгеләр күп булғанлыҡтан, өй беренсә йөрөп, электрокардиограмма яһарға, анализдар өсөн ҡан алырға тура килә. Һәр шәмбе Ермолаевка район дауаханаһына башҡарылған эш тураһында отчет әҙерләп тапшырам.

Көн һайын Күмертауҙан Айсыуаҡ ауылына йөрөп эшләргә лә ҡыйынһынмай фельдшер. Алтмыш йәштән уҙғандарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн аҙнаһына бер тапҡыр йөрөп сыға. Түшәктә ятҡан ауырыуҙар ҙа бар, шуға күрә тейешле процедураларҙы ул өйҙә яһай.

– Әле киҙеүҙән прививка яһау осоро башланды. Күптәр был түләүһеҙ саранан ваҡытында файҙаланып ҡалырға тырыша, киләләр, һорашалар. Юғары ҡан баҫымынан яфаланғандар байтаҡ, сирҙе иҫкәртеү буйынса даими аңлатыу эше алып барам, – ти Диана Фәрит ҡыҙы.

Ермолаевка район дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Рәйлә Рафаэль ҡыҙы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа сирҙәрҙе иҫкәртеү эшенең киң йәйелдерелеүе арҡаһында үлем осраҡтарын бер ни тиклем кәметеүгә өлгәшелгән. “2016 йылда тормошҡа ашырыла башлаған “Ауыл фельдшеры” проектына бағланған өмөттәрҙең аҡланыуын күрҙек”, – ти Рәйлә Әминева.

Маҡсат билдәле – тәүге медик-санитар ярҙамдан ауылда йәшәгән һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, медицина кадрҙарына ҡытлыҡты яйлап бөтөрөү һәм фельдшерҙарға социаль ярҙам күрһәтеү. Ауылдарға биш йылға эшкә китергә теләгән һәр белгес, проектҡа ярашлы, 500 мең һум күләмендә түләү ала. Бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү “Дауалау эше” буйынса урта махсус белемле, 50 йәшкә тиклемге белгестәр өсөн тәғәйенләнгән. Һәр кемдең проектта ҡатнашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән танышып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан өҫтәмә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.

“Ауыл докторы” һәм “Ауыл фельдшеры” төбәк программаларын тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, уңышлы бара тип әйтергә урын бар. 1300-ҙән ашыу белгес ауыл һәм ҡасабаларға эшкә килде. Былтыр 48 фельдшер ошо мөмкинлектән файҙа­ланды.

Быйыл 10 сентябрҙән проектта ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итеү башланды. Республикабыҙҙа 100 табип һәм 11 фельдшерҙы эшкә урынлаштырырға әҙерҙәр. Табиптарға – бер миллион һум, фельдшерҙарға 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнгән аҡса биреләсәк.
Нисек кенә булмаһын, “Ауыл фельдшеры” проектының әлеге мәлдә халыҡ өсөн көнүҙәк, өҫтөнлөктәргә эйә сара булыуы бәхәсһеҙ.


Вернуться назад