Ҡоролоштар алмашынып, заманалар үҙгәрһә лә, үткән быуатта телдән төшмәгән “кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” тигән ҡанатлы һүҙҙәр һаман да көнүҙәк, һаман да әһәмиәтле. Ысынлап та, һәр замандың ихтыяжына яуап бирерлек профессионалдар, үҙ эшенең оҫталары, өлкән быуынды алмаштырырлыҡ белемле йәштәр әҙерләмәй тороп, ниндәй үҫеш, тормош сифаты хаҡында һүҙ алып бармаҡ кәрәк?!
Айырыуса һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәргә ҡытлыҡ артыуы һөҙөмтәһендә төрлө ҡыйынлыҡтар тыуыуы, ауырыуҙарҙың күбәйеүе, ваҡытында дауаланыу мөмкинлегенең сикләнеүе, үлем кимәленең юғарылығы кеүек аяныслы күренештәргә юлығылды. Бер нисә йыл барған ҡулайлаштырыу процесынан һуң да медицина ярҙамы яҡшырманы, киреһенсә, ойошмалар, хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыуҙан халыҡ ыҙа сикте. Дәүләт ҡарамағындағы дауаханаларҙы ябыу шәхси клиникаларға “йәшел ут” асты, түләүле хеҙмәттәр ҡырҡа ҡиммәтләнде. Эксперттар әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлауҙы тәьҫирле итеү өсөн финанслауҙы арттырыу, иң яңы ҡорамалдар һәм технологияларға аҡса йәлләмәү, медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу өҫтөндә даими эҙмә-эҙлекле эшләү кәрәк.
Медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты тураһында һүҙ сыҡҡанда, таныш-тоноштан, күрше-күләндән ишетелгән аһ-зар күптәргә яҡшы таныштыр. Хәйер, хәл тотош илдә берҙәй тип әйтерлек. Иң киң таралған дәғүәләр: табипҡа, регистратураға сират ҙур; ҡабул итеүгә яҙылыу ауыр; поликлиникаға шылтыратып булмай, телефонды алмайҙар; дауаханаға һалмайҙар һ.б. Беҙ быны айырым учреждение мәсьәләһе итеп ҡарамай, тотош медицинаның системаға әүерелгән проблемаһы булараҡ ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Шулай ҙа, һәр ҡағиҙәнең дә иҫкәрмәһе булған кеүек, иң ҡатмарлы төйөндәрҙе лә сисергә һәләтле ойошмалар һәм етәкселәр барлығы ҡыуандыра.
Өфө ҡалаһындағы 44-се поликлиника былтырға тиклем кадрҙар менән ни бары 50 процентҡа ғына тәьмин ителгән була. Табиптарға сират, ауырыуҙар ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, ялыуҙар ҙа етерлек. Ошонда 16 йыл хеҙмәт иткән 1-се терапия бүлексәһе мөдире Алһыу Гәрәева әйтеүенсә, кәңәшләшкәндән һуң, поликлиникаға йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу буйынса планлы эш башланған. “Бинаның эске яғын бер нисә секторға бүлеп, пациенттар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ. Тар белгестәр – коридорҙың бер башында, терапия, функциональ диагностика кабинеттары – икенсе яҡ оста. Кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү һәм ортопед кабинеттарын йәнәш урынлаштырҙыҡ, холды ҡараңғылаған регистратура бүлмәһен башҡа ергә күсерҙек, “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы, инвалидтар өсөн ҡулайлы инеү урыны булдырҙыҡ”, – ти Алһыу Рәзим ҡыҙы.
Ҡаты сирлеләргә өйҙә ярҙам күрһәтеү буйынса бригадалар ойошторолоуы ла байтаҡ киҫкен мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә ярҙам иткән. Пациенттарҙы бөгөн иң ныҡ шатландырғаны – ҡабул итеүгә алдан яҙылмай, шылтыратып тормай, теләгән ваҡытта терапевҡа күренеп, консультация алыу мөмкинлеге бар! Тар белгестәргә күренеү ваҡыты ла оҙайлы түгел – биш-алты көн самаһы. 150 кешенән торған коллективтың йәшәреүе, кисәге студенттарҙың ҙур теләк менән етди һөнәргә үҙҙәрен арнап, өлкән коллегаларынан өйрәнергә тырышыуы учреждение етәкселәрен ҡанатландыра, һаулыҡ һаҡлауҙа күптән көтөлгән һынылыш буласағына өмөтләндерә.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тиҫтәнән ашыу йәш табипты эшкә алғандар, барыһы ла – Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған дипломлы белгестәр. Лайыҡлы эш хаҡы йәштәрҙе ҡәнәғәтләндерә. Хирург-уролог һөнәрен һайлаған Әлфиә Маннанованы поликлиника урынының уңайлылығы, эштән һуң спорттың көс ҡулланылған төрө – кроссфит менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыт ҡалыуы ылыҡтырған. Лиана Нәғимова, терапевт булып эшләһә лә, киләсәктә үҙен онкология өлкәһенә арнарға теләй. Участка табип-терапевтары Әлфиә Нәбийәрованың хеҙмәт юлын башлауына ни бары бер аҙна ғына булһа, Элина Зөбәйерованың бер йыллыҡ эш тәжрибәһе бар.
– Барыһы ла тырыш, барыһы ла матур ҡыҙҙарыбыҙ. Һөнәр нескәлектәренә өйрәнеү өсөн уларға өҙлөкһөҙ белемдәрен арттырырға, ихтыяр көсөн тәрбиәләргә кәрәк әле. Бөтә өмөтөбөҙ – ошо йәшен йәшнәтер йәштәге тал сыбығындай нескә, алсаҡ күңелле һылыуҙарыбыҙҙа, – тип ҙур ышаныс бағлай хеҙмәт юлын башлаған белгестәргә Алһыу Рәзим ҡыҙы.