Һөнәри тоғролоҡ баһаланды12.10.2018
Республикабыҙҙың иң ҙур байрамын билдәләгән осорҙа һөнәри тоғролоҡ, фиҙакәрлек күрһәткән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында дәүләт наградалары тапшырылды.

58 кеше республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡулынан абруйлы баһа – “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, Салауат Юлаев ордены, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәй­ҙең һәм Башҡортостан Республика­һының маҡтаулы исемдәрен алды.

Улар араһында йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәләрендә намыҫлы эшләгән, Башҡортостандың мәҙәниәт, әҙәбиәт, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарын үҫтереүгә күп көс һалған ватандаш­тарыбыҙ бар.

Бүләкләнеүселәрҙең береһе – билдәле шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр самими ижады менән шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен күптән яулаған. Әле иһә ул “Ғәмәл дәфтәре” йыйынтығы өсөн республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң юғары дәүләт наградаһына – Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Ошо уҡ юғары баһаны “Арҡайым” балеты өсөн танылған композитор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм Дәүләт Кремль Һарайының “Кремль балеты” театры­ның баш балетмейстеры Андрей Петров; һынлы сәнғәт өлкәһендә “Салауат күпере” ижади проекты өсөн рәссам, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифхәт Арыҫланов алды.

Фиҙакәрҙәр араһында Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыу­сыһы, философия фәндәре кандидаты, доцент Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы Игебаева ла билдәләнде. Ул бар ғүмерен студенттарға белем биреүгә бағышлаған. Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙына “Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

– Был ваҡиға – минең генә түгел, тотош коллективтың эшен юғары баһалау. Шуға күрә хеҙмәттәштәремә оло рәхмәтемде еткерәм. Студенттар менән эшләү ҡыҙыҡ, ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та, сөнки улар – республикабыҙҙың киләсәген төҙөй торған быуын, – тине ул, тәьҫораттары менән бүлешеп.

Көйөргәҙе нефть промыслалары ҡоролмаларын етештереү заводының производствоны тәьмин итеү базаһы начальнигы Дамир Исхаҡов Башҡорт­остан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды. Ул:

– Беҙҙең предприятие нефть һәм газ сығарған компанияларҙы хеҙмәтләндерә. Эшебеҙ иҡтисади мөхитте билдәләү йәһәтенән мөһим һәм яуаплы. Был награда – артабан да туған предприятием өсөн бар тырышлығымды һалып эшләү өсөн оло этәргес, – тине.

Эйе, оло яуаплылыҡ, профессияға тоғролоҡ һәр ваҡыт юғары баһалана. Республиканың үҫешенә фиҙакәр өлөш индергәндәр артабан да ҡомарланып ижад итһен, һөҙөмтәле эшләһен һәм башҡаларға өлгө булып торһон!


Вернуться назад