Туй күлдәге кеймәһәк тә...15.05.2012
Туй күлдәге кеймәһәк тә...Ҡаушабыраҡ, кейемдәрен ҡат-ҡат һыпырғылап, шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙып аяҡ баҫты “Родина” кинотеатрына баш ҡаланың Киров районында йәшәүсе һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандары һәм ғаилә юбилярҙары. Тантанаға йыйылыусылар 10 — 20 йылға йәшәргәндәй тойолдо: кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре балҡый, таныштарын, яуҙаштарын күреү шатлығы ҡараштарында ҡояш нурындай сағыла. Был мәлдә һыҙланыуҙар ҙа онотолоп торҙо, йөрәк тә “шаярманы”, бығаса йөҙәткән ҡан баҫымы ла “һикерергә” ашыҡманы... Ҡыҫҡаһы, кәрәк була ҡалһа тип дежурҙа торған ике медицина хеҙмәткәренә ял итеп ултырырға ғына тура килде.
9 Май — Еңеү көнө һәм ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү уңайынан сағыу был тамашаны оло йәштәгеләр өсөн Киров районы хакимиәте менән райондың ЗАГС бүлексәһе ойошторҙо.
Урындарына ултырышып, бер аҙ тыныслана төшһәләр ҙә баҫалҡылыҡ ташламаны өлкәндәрҙе. Яу йылдарында илдең тотҡаһы булған, иҡтисадтың төрлө тармағында көсөн түккән, көнөм өсөн тип түгел, ерем һәм халҡым өсөн тип ең һыҙғанып эшләгән хеҙмәт алдынғыларына, һуғыш ветерандарына һәм ғаилә юбилярҙарына йылы ҡотлау һүҙҙәре күп әйтелде.
Араларындағы ғүмер юлын 50 — 60 йыл бергә үткән 17 ғаилә парына ла теләктәрҙең иң изгеләре, ихлас йөрәктән сыҡҡандары юлланды. Ғаилә юбилярҙары республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын да тулҡынланып ҡабул итте. Бүләк ителгән ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ҡанлы һәм шанлы һуғыш, мөхәббәтле йәшлек йылдарын йәнә бер хәтерҙәренә төшөрҙө. Яңғыраған йырҙар ҙа алыҫ үткәндәргә, йәшнәп йәшәлгән осорҙарына алып ҡайтты. Дәртлеләре, әлбиттә, урындарында ултырып сыҙаманы — күкрәктәрендәге наградаларын сыңлатып, бейергә төштө. Ә мәшһүр “Еңеү көнө” йыры береһен дә битараф ҡалдырманы, күҙҙәр ҙә йәшләнде, дәррәү күтәреп тә алынды.
Бриллиант һәм алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙарының 17-һе өсөн был көн ғүмер юлдарының айырыуса матур иҫтәлеге булып ҡалыр, ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре төшөргән сағыу фотолар ғаилә альбомында үҙ урын алыр, моғайын. Оло хөрмәт күрһәтеп, бағыусылар барыһын сәскәләргә һәм бүләктәргә күмде.
Мөләйемлектәре йөҙҙәренә сыҡҡан Фирдина менән Зәки Әсәновтарҙың тормош ҡороуҙарына күптән түгел 50 йыл тулған. Береһе Киевта хәрби булараҡ хеҙмәт иткәндә, икенсеһе Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгәндә ҡунаҡта танышып, 1962 йылда өйләнешкәндәр. Баш ҡаланың И. Якутов урамындағы ЗАГС бинаһы төҙөлөп бөтмәгән була әле, шунда никахтарын рәсмиләштерәләр.
Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылында тыуып үҫкән егет менән Благовар районының Балышлы ауылы ҡыҙының ғаилә ҡороуына бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыумай — һөйөүгә кәртә юҡ тиеүҙәре раҫтыр.
— Ап-аҡ туй күлдәге лә кеймәнек, йөҙөктәр менән дә алмашманыҡ. Һуңынан алдыҡ уларҙы. Һәйбәт йәшәнек, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Земфира ҡыҙыбыҙ атаһы юлынан китте — ул хәрби кеше. Үткәндәребеҙ үкенерлек түгел, бер-беребеҙҙе аңларға тырыштыҡ, һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынында була белде, шуға ла ғаиләбеҙҙә татыулыҡ юғалманы.
Зәки, хәрби булараҡ, Өфөгә күсерелде, һәм ошонда ғүмер иттек. Үҙем ашнаҡсы, һатыусы булып эшләнем. Шөкөр, хәҙер икебеҙ ҙә хөрмәт күреп йәшәйбеҙ. Зәки Лотфи улы — 1972 йылдан алып Өфөнөң почетлы гражданы. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа ауырлыҡты күп кисерҙек, байтаҡ яҡындарыбыҙҙы юғалттыҡ. Шуға ла һәр көндөң ҡәҙерен беләбеҙ, бергәлектең бәҫен ебәрмәйбеҙ, ихтирамды һүрелтмәйбеҙ, — тине Фирдина Солтан ҡыҙы.
— Матур йәшәгәс, тормоштоң мәғәнәһен яҡшы белгәс, 50 йыл ғүмер тиҙ үтте, шул саҡлы ваҡыт парлы йәшәү һиҙелмәне лә. Дүрт ейән-ейәнсәребеҙ менән бер бүләсәребеҙ ҙә ҡартлыҡ көнөбөҙҙә оло йыуаныс һәм ҡыуаныс, — тип ҡатынының һүҙенә ҡушылды Зәки Солтан улы.
Бриллиант туйҙарын билдәләгән Нәғриә менән Мөнир Ғәлләмовтар, Сәүиә менән Ғабдулла Деникеевтар, Светлана менән Александар Сырцевтар ҙа үкенерлек итеп йәшәмәүҙәрен, тормоштоң йәме парлы булыуҙа тип, ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен оло ғорурлыҡ менән еткерҙе.
Йылдар үтһә лә, дәрттәре һүрелмәгән, мөхәббәттәре юғалмаған ғаилә юбилярҙары ҙур дәрт менән вальс та әйләнде.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад