Болгар фермерҙары ҡәнәғәт түгел03.12.2011
Болгарияла йәшәүсе фермерҙар дәүләт субсидияларының күләмен күтәреүҙе талап итеп бер нисә тапҡыр забастовкаға сыҡҡайны. Тик һуңғыһы власты ныҡлы уйланырға мәжбүр иткәндер.
Фермерҙар Румыния, Төркиә сиген япҡан. Был илгә ҙур иҡтисади юғалтыуҙар менән янай. Әгәр хөкүмәт субсидия күләмен президент һайлауҙарына тиклем вәғәҙә ителгән суммаға тиклем күтәрмәһә, фермерҙар ризаһыҙлыҡ белдереүҙе дауам итәсәк. Киләһе забастовканы улар Софияла ойоштормаҡсы. Һәр фермер баш ҡалаға үҙенең тракторы менән киләсәген белдергән.


Вернуться назад