Республика көнө уңайынан Башҡортостандың һәр ҡала һәм ауылында байрам саралары үтә. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһы үҙәгендә бөгөн иртәнән бирле йыр-моң ағыла, ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй. Ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ойошторолған. Әйткәндәй, 4-14 октябргә саҡлы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы үтеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. Райондың Шүлкә ауылында йәшәгән Ринат Йәноҙаҡов форсаттан файҙаланып та ҡуйҙы — “Башҡортостан” гәзитенә яҙылда. Акциянан һеҙҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!