Беҙҙең ҡарттар һынатмай!11.10.2018
Сочи ҡалаһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы. Ветерандар араһында “блиц” буйынса яҡташыбыҙ еңеүсе булды.

Өфөнән халыҡ-ара спорт мастеры Евгений Калегин, күп кенә абруйлы гроссмейстерҙарҙы артта ҡалдырып, турнирҙа чемпион исемен яуланы. Алдараҡ ул “тиҙ шахмат”та бронза призер булғайны, ә “классика”ла, бер генә партияла ла еңелмәйенсә, бишенсе урынға сыҡты.


Вернуться назад