Башҡортостанда Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы төҙөлдө. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат кәңәшмәһендә яңы берләшмәнең төп йүнәлештәре, бурыстары һәм маҡсаттары тураһында һүҙ барҙы.
Уның эшендә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе Фәнзил Саньяров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының милли мәғариф секторы мөдире Рәйсә Күзбәкова, М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Әхмәҙиева ҡатнашты.
Ассоциация тел уҡытыусылары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ролен үтәйәсәк, уларҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итәсәк, дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барасаҡ тип билдәләне матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар.
Бөгөн республика мәктәптәрендә 6563 туған тел уҡытыусыһы иҫәпләнә, уларҙың 2601-е – башҡорт теле, 623-ө –татар теле, 3129-ы рус һәм башҡа милли телдәр буйынса белем бирә. Белем усаҡтарында уҡытыу алты телдә алып барыла, туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә.
Яңы берләшмәнең ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд сығыш яһаны.