Өҫтәл уйындарының файҙаһы ҙур11.10.2018
Нефтекама ҡалаһының Үҫмерҙәр китапханаһында “Насар ғәҙәттәр урынына – өҫтәл уйындары” тип аталған акция үтте. Унда ҡаланың үҫмерҙәр клубтарына йөрөүсе балалар ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты йәш быуынды сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыуға, насар ғәҙәттәрҙән аралауға ҡайтып ҡалды. Йәшәйештә урын алған зыянлы шөғөлдәр урынына өҫтәл уйындары донъяһы менән танышыу мөмкинлеге тәҡдим ителде.

Бөгөн ҡаланың Үҫмерҙәр китапханаһында “ИгрОN” тип аталған өҫтәл уйындарын яратыусылар клубы эшләп килә. Сарала ҡатнашыусы балалар уларҙың төрлө төрҙәрен һынап, уйнап ҡараны.

Өҫтәл уйындары ваҡытты күңелле уҙғарырға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, йәнле аралашыу, еңеүгә ынтылыш бүләк итә, еңелеүҙе лайыҡлы ҡабул итергә өйрәтә.


Фотола: Үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәре Эльмира Аралбаева сарала ҡатнашыусы балалар менән.
Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге фотоһы


Вернуться назад