Дүртөйлө ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты тәрбиәселәре Республика көнө алдынан кескәйҙәр өсөн тыуған ҡала буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо.
Балалар тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты, башҡорт халҡының традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында күп нәмә белде, Башҡортостандың символикаһын өйрәнде. Ҡалалағы һәр урамдың исеме — оло тарих. Билдәле шәхестәр һәм яҡташтарҙың хеҙмәт һәм тормош юлы менән танышыу ҙа кескәйҙәрҙең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырыуы, ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы бәхәсһеҙ.