Мөхәббәт һәм татыулыҡ нигеҙе15.05.2012
Йыл һайын 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Был байрам да, иҫтәлекле көн дә түгел, ә 1993 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын ғаилә проблемаларына йәлеп итеү маҡсатында булдырылған.
Бөгөн медицина, мәғариф йәки торлаҡ-коммуналь өлкәлә, йә булмаһа иҡтисадта тауҙай өйөлгән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк икән, уларҙың һәр береһен ғаиләләргә ҡағылған проблемалар тип әйтергә мөмкин. Һуңғы осорҙа ғаиләләргә барлыҡ кимәлдә лә мөнәсәбәттең үҙгәреүе, яҡлау сараларының көсәйеүе һөйөндөрә. Шулай ҙа ғаилә ҡиммәттәренең әкренләп юғала барыуы, элекке матур йолаларҙың һүнеп ҡалыуы, балаларҙың үҙ йортонда тәрбиәләнмәүе кеүек күренештәр айырыуса борсой һәм киләсәгебеҙҙе хәүеф алдына ҡуя. Быйылғы йылдың республикабыҙ Президенты Указы менән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителеүе лә — ошо мәсьәләләргә яңы күҙлектән ҡарарға саҡырыу ул.
Ғаиләнең кескәй дәүләт булыуын ҡат-ҡат раҫлап тороуҙың кәрәге юҡ. Тап ул йәмғиәттең нигеҙе һәм кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, быуындарҙың тарихи күсәгилешлелеген, тотороҡлолоғон һаҡлап килгән. Әммә ғаиләләрҙең төрлөһө бар: хәллеһе лә, бай йәшәгәне лә, фәҡире лә. Һуңғылары, әлбиттә, ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж. Барлыҡ заманда ла бит илдәрҙең үҫешен йәмғиәттә ғаиләнең тотҡан урыны һәм уға дәүләттең мөнәсәбәте буйынса баһалағандар.
Ғөмүмән, кеше тормошо ғаиләлә башлана, граждан булараҡ шунда формалаша. Ә инде ғаиләнең мөхәббәт, хөрмәт, теләктәшлек һәм берҙәмлек сығанағы булыуы бәхәсһеҙ.
Ғаилә институтын нисек нығытырға?
Был мәсьәлә һуңғы осорҙа кемдәрҙе генә борсомай икән?! Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге ведомство-ара совет ултырышында ғаилә институтын нығытыу буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Президент Рөстәм Хәмитов тәү сиратта демографик хәлде яҡшыртыу мәсьәләһен билдәләне.
— Һуңғы ваҡытта демографик хәл бер ни тиклем яҡшырҙы — сабыйҙар һәм әсәләр үлеме кәмене. Был тәңгәлдә беҙҙә күрһәткестәр Рәсәйҙәгегә ҡарағанда һәйбәтерәк. Етмәһә, әсәләр үлеме илдәгенән өс тапҡырға түбәнерәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына анализ 2002-нән алып 2010 йылға тиклем бәлиғ булмаған йәштәге балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең 16 процентҡа кәмеүен күрһәткән, — тине төбәк башлығы.
Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә социаль яҡлауҙы көсәйтеү кәрәклеген белдерҙе ул. Әле Башҡортостанда бала тәрбиәләгән 500 меңдән ашыу ғаилә бар. 170 меңдән күберәге 20 төр ярҙам ала. Федераль льготаларҙы ла иҫәпкә алғанда, уларҙың һаны 30-ға етә.
Былтыр ошо маҡсатҡа төбәгебеҙ ҡаҙнаһынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә йәшәүсе ғаиләләргә ай һайын 115 һум пособие бирелә. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, яңғыҙы сабыйын тәрбиәләүселәргә, ата-әсәһе алимент түләүҙән ситләшкән йәки армияла саҡырыу буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең балаларына пособие бер аҙ күберәк — 138-ҙән алып 268 һумға тиклем. Ундай пособиены 170 меңдән ашыу ғаилә ала.
Һуңғы осорҙа балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса закондар ҙа күбәйә. Шуларҙың береһе торлаҡҡа ҡағыла. 2009 йылдан алып 91 күп балалы ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан, әммә сиратта тағы 1308 ишле ғаилә тора. Рөстәм Зәки улы был мәсьәлә буйынса даими борсолоу белдерә.
— Әгәр республикала әлеге проблема артабан да ошондай тиҙлек менән барһа һәм сират оҙаймаһа, кәм тигәндә лә 30 йыл кәрәк буласаҡ, — тине төбәк башлығы.
2011 йылдан алып уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә лә әсәлек капиталы һәм бушлай ер майҙаны биреү күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡлы булыу мөмкинлеген бер ни тиклем киңәйтә төштө.
Быйыл республикала 1562 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлегенән файҙалана ала. Бының өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 460 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. 2003 йылдан “Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы” республика программаһы ҡабул ителеүе лә уларға льготалы хаҡҡа үҙ мөйөшөн булдырырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә 12 974 йәш ғаилә ошо киҫкен мәсьәләне хәл итә алған. Шулай ҙа әле программа буйынса 28 975 йәш ғаилә сиратта тора.
Ярҙам саралары артыуға ҡарамаҫтан, бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең мохтажлыҡтарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү әлегә мөмкин түгел.


Вернуться назад