Халыҡтың һаулығын хәстәрләп11.10.2018
Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде.

Бындай бүләкте яҡташтарына танылған эшҡыуарҙар – ағалы-ҡустылы Ниғмәтуллиндар яһаны. Илфат менән Илшат Ниғмәтуллиндар төҙөлөшкә 10 миллион аҡса бүлде. Был изге ғәмәлде улар оҙаҡ йылдар “Трудовик” колхозында эшләгән әсәләре Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙының иҫтәлегенә арнаны. Хәҙер йәнырыҫтарға барлыҡ санитария талаптарына яуап биргән заманса бинала медицина ярҙамы күрһәтелә.

Тиҙҙән Ниғмәтуллиндарҙың тырышлығы менән урындағы мәҙәниәт йорто эргәһендә Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ватанды һаҡлаған яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштергән мемориаль комплекс барлыҡҡа киләсәк.




Вернуться назад