Ғаилә йылында Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды.
Наградаға Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемселәре, күп балалы әсәләре, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ветерандары лайыҡ булды.
Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал 2017 йылда булдырылды.