Ҡасҡындар өмә яһаған11.10.2018
Ҡасҡын ауылы халҡы бер көндә ике оло эш башҡарған – зыярат ҡоймаһын яңыртҡан һәм ҡыйлыҡты кәртәләгән.

Староста Шамил Хәбиров, иртә менән һәр өйгә инеп, ауылдаштарын дөйөм эшкә йыйған. Бер бригада зыярат биләмәһен таҙартҡан, ағас бағаналарҙы тимер торбаға алыштырған, профнастил ҡуйған, ә Ильяс Хәбиров һәм Ринат Хәбиров сүп-сарҙы үҙ тракторҙарында алып сыҡҡан. Ул арала икенсе төркөм ҡыйлыҡты кәртәләгән, Айбәк Хәбиров уны шәхси тракторы менән күмгән.

– Өмәгә сыға алмағандар аҡсалата ярҙам итте. Ҡасҡындарға изге эштәрендә район Советы депутаты Валерий Шәрифуллин да теләктәшлек күрһәтте – иретеп йәбештереү өсөн генератор биреп торҙо, – ти Йылболаҡтамаҡ ауыл советы рәйесе Әнүәр Вәлиәхмәтов.


Вернуться назад