Ырымбур өлкәһенең Иҫке Юлдаш мәктәбе ошо көндәрҙә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Унда Красногвардейск районы хакимиәте башлығы Николай Валентинович Чернышев, 4-се саҡырылыш депутаттары, аграр сәнәғәт комплексы комитеты рәйесе Александр Жарков һәм Андрей Рейзлер, Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм губернаторы аппаратының эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков, мәғариф бүлеге начальнигы Елена Гоначарова һәм Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашты.
Сарала мәктәпкә бүләккә компьютер, электрон таҡта, мәктәптең элекке фотоһының реконструкция эшләнгән варианты, башҡортса бик күп китаптар бүләк ителде. Былар хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡығыҙ.
– Бөгөн мәктәбебеҙҙә 35 бала белем ала, әлбиттә, уҙған йылдар менән сағыштырғандар был аҙ, әммә беҙ һәр саҡ башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләйәсәкбеҙ! – тине мәктәп директоры Рәшит Алтынбаев.