Егеттәр хеҙмәткә китә11.10.2018
Баҡалы районында, бөтә илдәге кеүек, көҙгө хеҙмәткә саҡырыу осоро ойошҡан бара.

Тәүге көндө үк хәрби комиссариатҡа утыҙҙан ашыу егет килгән. Шуныһы һөйөнөслө, йәштәр гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарай, армияла хеҙмәт итеү теләге ҙур. Уларҙың араһында спортсыларҙы ла, студенттарҙы ла күрергә мөмкин. Урта махус һәм юғары белемле йәштәрҙең контракт нигеҙендә, льготалар һәм эш хаҡы алып, ике йыл хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар. Хәрби комиссарҙың әйтеүенсә, егеттәр Калининградтан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә ала, урын һайлағанда буласаҡ һалдаттарҙың теләге лә иҫәпкә алынасаҡ.


Вернуться назад