Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ҡаланың иң яҡшы эшҡыуары – 2017” конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйге Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды, баш ҡала хакиәмиәте һәм Эшҡыуарҙар союзы тарафынан йыл һайын ойошторола.
Конкурсҡа 50-нән ашыу ғариза тапшырылғайны. Ун йүнсел үҙенең эшмәкәрлеге өлкәһендә иң яҡшыһы тип танылды. Еңел сәнәғәт продукцияһы етештереүҙә “Башмебель-плюс” компанияһы директоры Игорь Ташкент, етештереү өлкәһендә – “Семигорье” үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм диагностикалау үҙәге директоры Камил Фазлетдинов, юғары технологиялы етештереүҙә – “Автоматизация-Метрология-Эксперт” компанияһының генераль директоры Владислав Мирский, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә – Өфөнөң Дим районындағы “Йәйғор” кафеһы директоры Рафаэль Ғәлимханов йыл эшҡыуары тип билдәләнде. Хеҙмәт күрһәтеү тармағында “Баш ҡала” туристик фирмаһы етәксеһе Ирина Бәшәрова, ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереү, эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан үләндәренән сәй, тәбиғи шәрбәт, бәлзәм етештергән “Башҡортостан байлыҡтары” компанияһы етәксеһе Азат Йосопов наградаға лайыҡ булды. “Һөйөклө сабыйым” үҙәге директоры, табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова – иң яҡшы социаль эшҡыуар, “Үҫеш нөктәһе” халыҡ-ара балалар үҙәктәре селтәренең Өфө филиалы етәксеһе Виктория Нурғәлиева иң йәш эшҡыуар тип танылды. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә “Асыҡ Төбәк” үҙәге эшмәкәрлеге юғары баһаланды.