Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу барышында һаулыҡ һаҡлау, балаларҙың ялын ойоштороу, юл инфраструктураһын үҫтереү, ведоспортты танытыу мәсьәләләре тикшерелде. Сара йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына күрһәтмәләр бирелде.