Әсәһенең кәңәшенә таянған10.10.2018
Әрменән ҡайтыуға байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, дембель фотоальбомын йыш ҡулға алам. Унда хеҙмәттәштәрем менән бергә төшкән фотоларҙы ҡарап, шул йылдарға барып әйләнәм, бөгөн ҡайҙа эшләп йөрөүҙәре тураһында уйланам. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәре менән бәйләнеш тотам. Бер нисәүһе үҙ ҡулдары менән адрестарын да яҙған. Шуларҙың араһында тажик дуҫтар ҙа күп кенә ине, сөнки ғәскәри часҡа бер осорҙа килеп урынлаштыҡ. Әйткәндәй, күптән түгел тажик егете менән әңгәмәләштем – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Саидмурод Усмоновтың һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим иттек.

– Армияла Пяндж ҡалаһынан да егеттәрҙең булыуы тураһында яңы ғына әйткәйнегеҙ бит, унда мин дә бер нисә тапҡыр барҙым, ул Афғанстан сигендә генә, – тип башланы һүҙен Саидмурод Давлятжанович. – Бик матур яҡтар, өҫкә тау ишелеп төшөп килгәндәй. Уның ҡарауы, Башҡортос­тан бүтән яғы менән иғтибарымды тартты. Һеҙҙә бөтәһе лә мул – урман, тауҙар, йылға-күлдәр. Бәләкәйҙән тәбиғәткә ғашиҡ үҫтем, ғаиләбеҙ менән йыш ҡына ҡаланан ситкә сығып ялды ойоштора торғайныҡ. Тыуған яғым – Худжанд ҡалаһы, ул Согдийск өлкәһенә ҡарай.

Һөнәр һайлағанда, һүҙ ҙә юҡ, төрлө яҡҡа тартҡылашыу барҙы. Техник вузға барырғамы, гуманитар йүнәлеште һай­ларғамы? Беләһегеҙме, минең әсәйем Мастона – врач, бына уның аҡыллы кәңәшенә таяндым. Ғәзиз кешем беҙ йәшәгән ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы. “Эргә-тирәгә иғтибарлы бул, бәләгә тарығандарға беренсе булып ярҙамға ашыҡ”, – тигән һүҙҙәрен бәләкәйҙән ишетеп үҫтем. Врачтар ҙа бит сирле янына һәр саҡ ашыға, фажиғә урынына ла тәүгеләрҙән килеп етә. Улының врач булыуын теләп шулай әйткәндер тип уйлайым. Атайым ҙур төҙөлөш компанияһында бригадир вазифаһын башҡара. Далир ҡустым – XI класта, ә Мехрона һылыуым I класта уҡый.

Өфөгә белем эстәргә килеүем тиккә түгел. Ни өсөндөр Башҡортостан күңе­лемә ятты, әлбиттә, Рәсәйҙең бүтән ҡалалары ла исемлектә бар ине. Рус телен бәләкәйҙән өйрәндем, мин уҡы­ған ҡаланың 28-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән көслө уҡытыусы эшләне. Шулай уҡ II кластан инглиз телен өйрәнәм, корея телен дә беләм. Башҡорт теле – йомшаҡ тел, уны тәрән өйрәнгем килә, башҡорт дуҫтарым менән йыш аралашырға тырышам. “Һүҙҙәрҙе генә түгел, ә һөйләмдәрҙе лә дөрөҫ әйтәһең, фекереңде еткерә алаһың, маладис, һупалайһың арыу ғына”, – тип дәртләндерәләр улар.


Вернуться назад