Хеҙмәттән йәм табып10.10.2018
Тамара Петровна менән Николай Антонович Курмышовтар Күгәрсен районының Гавриловка ауылында йәшәй. Уларҙың ныҡлы, татыу ғаиләһе – күптәргә өлгө, нигеҙе – бер-береһенә ҡарата хөрмәткә һәм үҙ-ара ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәттәрҙә.

Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын 1956 йылда урындағы Чапаев исемендәге колхозда башлаған, Мораҡтағы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң слесарь һәм шофер һөнәрҙәрен үҙләштергән. Техника йәнле кешеләрҙән Николай Антонович: ул тракторҙарҙы, комбайндарҙы үҙаллы өйрәнеп, оҫталығын камил­лаштырған, һәр ваҡыт хужалыҡ тормошоноң алдынғы рәтендә барған. Әле лә ул остаздарын – Геннадий Перегудин, Петр Учайкин, Николай Чубаркин, Солтан Ғәббәсов, Андрей Великоречин, Михаил Барабанов, Николай Захаров кеүек ауыл алдынғыларын оло хөрмәт менән хәтерләй, уларҙан күп нәмәгә өйрәнеүен билдәләй.

Ҡасандыр ул ялан хеҙмәтен тағылмалы С-6 тех­никаһында өйрәнсек булараҡ башлаһа, 1967 йылдан колхоз баҫыуҙарында үҙаллы эшләй башлаған, оҙаҡ йылдар сылбырлы һәм ҙур тәгәрмәсле тракторҙар йөрөткән, хужалыҡтың барлыҡ фронттарында ла 1999 йылға тиклем ал-ял белмәй хеҙмәт иткән.

Әйткәндәй, Тамара Петровна ла ошо ауылда тыуып үҫкән. Ҡасандыр хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһында төҙөлөштә башлаған, ә кейәүгә сығып, ғаиләле булғас, ауылда һауынсы, малсы булып эшләгән. Урындағы клубта мөдир булырға ла, социаль хеҙмәткәр сифатында ауылдың оло йәштәгеләренә ярҙам итергә лә тура килгән уға.

Тамара Петровна менән Николай Антонович 45 йыл уртаҡ ғүмер юлы үткән. Күптән инде балаларын башлы-күҙле итеп, олатай-өләсәй булғандар. Курмышовтар барына шөкөр итеп, балаларының уңыштарына шатланып, ҡәҙимге татыу тормоштары менән ауыл йәме булып йәшәй. Ҡасандыр гөрләп торған Гавриловка ауылының һуңғы йылдарҙа һүнеп ҡалыуы, йәштәрҙең күпләп ҡалаға китеүе, урындағы мәҙәниәт усағының эше туҡтауы кеүек көнүҙәк проблемалар ҙа борсой әүҙем ололарҙы. “Әгәр талап ителһә, беҙ һәр саҡ ауылыбыҙҙың тормошо уртаһында ҡайнарға, кәңәштәр менән ярҙам итергә әҙер”, – ти улар.


Вернуться назад