Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислахов ябайлығы, эшһөйәрлеге менән хөрмәт ҡаҙана.
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәндән һуң “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символдары тураһында” яңы законға ярашлы, герб һәм гимнға конкурс иғлан ителә. Гербҡа бәйле ижади бәйге өс йыл дауам итә. Унда Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә рәссамдар ҡатнаша. Барлығы 45 проект тәҡдим ителә. Ҡоролтай депутаттары тауыш биреү юлы менән иң яҡшы эште билдәләй һәм 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының яңы дәүләт символикаһы – гербы барлыҡҡа килә. Еңеүсе проекттың авторы ижади йәмәғәтселек араһында ябайлығы, эшһөйәрлеге менән билдәле булған, әммә бер ниндәй ҙә яңғырауыҡлы исемдәр яуламаған Фазлетдин Ислахов була. Кем һуң ул шундай мәртәбәле конкурста еңеп сығыусы рәссам?
Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов 1944 йылда Балаҡатай районының Монас ауылында тыуып үҫә. Атаһы рус-япон, Граждандар һуғышында ҡатнаша, әсәһе – ябай колхозсы. Ғаиләлә туғыҙ бала була, әммә шул замандың төрлө ауырлыҡтары, сир-сырхауы арҡаһында өсәүһенең ғүмере сабый саҡта уҡ өҙөлә.
Фазлетдиндең ата-әсәһенең көнкүреше башҡа ауылдаштарыныҡынан бер яғы менән дә айырылмай: шул уҡ етешмәгән тормош, ризыҡ, кейем-һалым наҡыҫлығы... Әммә малайҙың уҡырға теләге көслө була: башланғыс мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, күрше Яңыбай урта мәктәбенә йөрөп белем эстәй. Йәй буйы колхозда эшләй, бесән әҙерләүгә йөрөй, һыйыр көтә. Уҡыуҙы тамамлағас, һүрәт төшөрөү оҫталығы менән танылған егетте мәктәп директоры саҡырта һәм рәсем, һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта лаборант булып эшләргә тәҡдим итә. Фазлетдин, әлбиттә, уйлап та тормай ризалаша. Бер йыл эшләгәс, артабан белем алыу теләге уны Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт факультетына алып килә. Бер йылдан әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Унда ла яратҡан шөғөлөн ташламай: хәрби бурыстарҙан буш ваҡыттарында Ленин бүлмәһен биҙәй, әҙерлек майҙансығында бөйөк полководецтарҙың портреттары серияһын эшләп ҡуя.
Әрменән һуң уҡыуын дауам итеп, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Баймаҡ халыҡ театрына рәссам булып бара. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан бөтә ойошмаларға күпләп плакаттар, лозунгтар эшләргә ҡушыла. Йәш белгес Фазлетдин Ислаховтың тырышлығы менән бурыс ваҡытында еренә еткереп үтәлә, ә рәссам бөтә Баймаҡ төбәгендә билдәлелек яулай. Уны 39-сы дәүләт һөнәри-техник училищеһына уҡытырға саҡыралар, өс бүлмәле фатир бирәләр, Горький (хәҙерге – Түбәнге Новгород) ҡалаһындағы Бөтә союз институтына белемен камиллаштырырға йүнәлтәләр.
Әммә йәш ижадсының күңеле юғары мәҙәниәт, таланттар үҙәге булған Өфөгә тартыла, һәм ул баш ҡалаға күсергә ҡарар итә. Башта Шакшалағы протез һәм керамика заводтарында эшләп ала. Артабан 13 йыл ғүмерен кино сәнғәтенә арнай: “Родина” һәм “Искра” кинотеатрҙарында афишалар яһау оҫтаһы булып таныла. Эш ҡатмарлы, һәр ваҡыт ашығыс. Артистарҙың портреттарын тормоштағына оҡшатып төшөрөргә, яңы шрифттар уйлап табырға тырыша, сөнки уның эштәрен ябай тамашасы ғына түгел, юғары мәҙәни кимәлгә эйә рәссамдар, сәнғәт әһелдәре, етәкселәр ҙә баһалай бит. Өфө халҡы “Родина” кинотеатрына ингән ерҙәге 3,5-кә 3,5 метр ҙурлыҡтағы ике реклама щитын әле лә хәтерләйҙер, моғайын. Фильм алмашынһа, элекке афишаны йыуып, аҡбур һәм елем ярҙамында нигеҙ әҙерләп, тиҙ арала яңыһын эшләү бурысы ҡуйыла Фазлетдингә. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем буяуҙарына, аҡбурға мансылып бөтә. Бынан тыш кинотеатрҙың үҙендә фотокүргәҙмәне даими яңыртыу, 10-15 дана бәләкәй афиша эшләп, ҡала буйынса таратыу, бер нисә урында 6-12 метрлы аншлагтар яҙыу ҙа – рәссам Ислахов иңендә.
Эшһөйәрлеге, хеҙмәтен яратып башҡарыуы, оҫталығы менән хөрмәт ҡаҙана барған Фазлетдинде “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев биҙәлеш мөхәррире итеп саҡыра. Бындағы эш ювелирҙарҙыҡына тиң: бәләкәй генә шрифттар, һүрәттәр ярҙамында баҫманың биттәрен биҙәй, байрам һандарына плакаттар яҙа.
Матур яҙыу оҫтаһы булып танылған Фазлетдин Ислаховҡа партияның Өлкә Комитеты, Хөкүмәт, Яҙыусылар союзы төрлө эштәр ҡушып ҡына тора: бланктар, танытмалар, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тултыра. Компьютер техникаһы төшкә лә инмәгән, бөтә нәмә ҡул менән эшләнгән заман була ул. Фазлетдин Фәррәх улы – депутаттар, фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре кеүек маҡтаулы исемдәрҙең түшкә таға торған билдәһе, миҙалы авторы.
1992 йылда Фазлетдин Ислахов “Китап” нәшриәтенә баш рәссам булып эшкә күсә. Ҡул аҫтындағы өс хеҙмәткәре менән бихисап китаптарҙы, уҡыу әсбаптарын биҙәй. Мәғариф министрлығының һорауы буйынса рәссам 56 яҙыусының, 14 халыҡ шағирының, 20-ләп тел ғалимының портретын яҙа. Был ижад өлгөләре республиканың барлыҡ мәктәптәренә таратыла.
2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан “Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” нәшер итеүгә әҙерләнә. Фазлетдин Фәррәх улына Аҡ батшаға илсе булып барған ырыу башлыҡтарының, шулай уҡ башҡорт ихтилалдары етәкселәренең, халҡыбыҙҙың билдәле хандарының, бейҙәренең портреттарын тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Был эштең ни тиклем яуаплы һәм изге булыуын аңлау өсөн ҡайһы бер исемдәрҙе атау ҙа етә: юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бей, меңлеләрҙең Ҡәнзәфәр бейе, үҫәргәндәрҙең Бикбау бейе, тамъяндарҙың Шәғәле Шаҡманы, ихтилал башлыҡтары – Һары Мәргән, Сәйет, Килмәк Нурушев, Ҡараһаҡал, Батырша һәм башҡалар. Әлбиттә, уларҙың береһенең дә тарихи портреты билдәле булмай. Рәссам Ислахов ырыуҙарҙы антропологик йәһәттән өйрәнергә тотона, Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән берлектә байтаҡ тикшеренеүҙәр уҙғара. Ошо нигеҙҙә XI быуат мәғрифәтсеһе Ҡол Ғәлиҙең, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың портреттарын эшләй.
Үкенескә ҡаршы, Фазлетдин Фәррәх улының ғүмере иртәрәк өҙөлдө: 2016 йылдың апрелендә, 71 йәшендә, ул беҙҙең аранан китте. Әммә халыҡсан рәссам, Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислахов туған халҡына баһалап бөткөһөҙ бай мираҫ, рухи йәдкәр ҡалдырҙы.