Ул ултыртҡан ағастар урманға әйләнмәҫ, тимә.
Был тормошта һәр кемдең башҡарған изге ғәмәлдәре байтаҡ. Кемдер үҙенең шөғөлө менән башҡаларға изгелек өҫтәһә, бәғзеләрҙең әйткән йылы һүҙе лә күңелдәргә майҙай яғыла. Шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың да ҡылған эштәре баһалап бөткөһөҙ.
Күптән түгел сираттағы командировкала ғәжәйеп изге күңелле, ябай ауыл кешеләре менән аралашырға насип булды. Ә инде йорт хужаһының үҙ ҡулдары менән үҙенең һәм ҡатынының 50, 60 йәшлек юбилейҙарына шунса төп ҡарағай ултыртыуҙарына хайран ҡалырлыҡ! Башҡалар кеүек тамада яллап, төрлө уйындар үткәреп, туғандарын саҡырып, мәжлес ойоштормаған улар, тотҡан да ҡатынына һәм үҙенә бынамын тигән бүләк яһаған. “Мәңгелек урман” геройҙары әллә ҡайҙа түгел, ә яныбыҙҙа йәшәй.
Фирҙәүес һәм Урал Замановтар Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында йәшәй. Күркәм йорттары ла ауылға йәм һәм биҙәк өҫтәп бер яҡ ситтәрәк ултыра. Ошо ауыл егете Урал Дамулла улы бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ. Шуға күрә йортон да ауылдың бер яҡ осондараҡ, урман янында күтәрә. Ысынлап та, урамға кереп ингәс тә үҙеңде урманда йөрөгән кеүек хис итәһең! Йортҡа нигеҙ һалынғас та, алып ҡайтып ултыртҡан ҡарағастары күптән тамыр йәйеп, бында “мин хужа” тигәндәй ғорур ултыра. Ана, бер яҡ ситтәрәк, алмалар балланһа, арыраҡ ҡыҙыл тәлгәштәре менән күҙҙең яуын алып, ҡояшҡа балҡып балан ағастары урын алған. Ә инде кәртә артынан беҙ хайран ҡалған йәм-йәшел ҡарағайлыҡ башлана. Ысын-ысын, ҡарағайлыҡ, тотош ҡарағай урманы тиһәк тә дөрөҫ булыр. Әле бер-береһе менән ярышып үҫкән йәш ҡарағай үҫентеләре киләсәктә шаулап торған йәм-йәшел ҡарағай урманына, дөрөҫөрәге, Урал ағай урманына әйләнмәҫ, тимә!
Ҡулынан эш килгән кешенең һүҙгә бер аҙ һараныраҡ булыуы тәбиғи. Урал Заманов та үҙенең башҡарған изге эшен бер ниндәй ҙә батырлыҡҡа тиңләмәй, ябай ғына әйткәнсә, “ултырттым инде, кәртә артындағы ҡайындар йығылып бөттө бит. Киләсәктә балаларға бер иҫтәлек ҡалһын”,тине.
Әйткәндәй, геройым бар яҡлап та талантлы булып сыҡты. Ауылда берҙән-бер умартасы ла ул. Ундан ашыу умартаһы күркәм ихатаға йәм биреп ултыра. “Быйыл бал күп булманы, үҙҙәренә һәм беҙгә етерлек йыйҙы бал ҡорттары. Шуныһына риза булайыҡ”, – тигән һүҙҙәре лә Урал Дамулла улының шул тиклем итәғәтле һәм ябай булыуын күрһәтә. Ҡортсолоҡ янына тағы ла уның оҫта һунарсы һәм балыҡсы икәнен дә өҫтәһәк, ысынлап та егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икәнлеген төшөнөүе ауыр булмаҫ. Һаҡмар йылғаһына балыҡҡа йөрөргә ярата, уның тотҡан балыҡтарының ҙурлығын әле лә ауылдаштары иҫтәре китеп һөйләй. Райондың һунарсылар йәмғиәтендә оҙаҡ йылдар ағза булып торған мылтыҡлы һунарсыны ла күптәр яҡшы белә.
– Һунарға барыу ҙа, балыҡ тотоу ҙа – күңел талабы ул. Күңелем менән мин тәбиғәт балаһымын. Иртә яҙҙан тәбиғәткә йөрөйөм, тәүге йыуа, ҡымыҙлыҡты өҙмәйенсә, унан ауыҙ итмәйенсә күңелем булмай. Ҡатыным да минең был ғәҙәтемә күптән өйрәнеп бөттө, үҙе лә тәбиғәткә сығырға ярата. Күмәкләшеп йәй көнө еләк-емеш йыябыҙ, көҙөн бәшмәккә йөрөйбөҙ. Шулай уҡ баҡса үҫтерергә яратам, – ти ул.
Оҙаҡ йылдар колхозда йылҡысылыҡта эшләгән һәм ҡымыҙ бешкән Фирҙәүес һәм Урал Замановтар әле хаҡлы ялда. Бергә тормош ҡороуҙарына ла ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр, әле ете ейән-ейәнсәргә бөхетле өләсәй һәм олатай улар. Йәй етһә, уларҙың йорто балаларҙың шат тауыштарынан өҙөлмәй, һәр береһе өләсәһенең бешергән тәмле ризыҡтарын ауыҙ итергә яратһа, ейәндәр олаталары менән балыҡҡа барыуға ашҡынып тора.
Ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ул үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш, тигәндең барыһын да арттырып үтәгән минең геройым. Тәү ҡарашҡа ниндәйҙер ҙур асыш та түгел кеүек, әммә Урал Заманов кеүек үҙ йорто янына шул тиклем ҡарағай ултыртҡан кеше юҡтыр ул. Уларҙың һәр үҫентеһен табырға ла, уларҙы тәрбиәләп, һәр береһенә биҙрәләп һыу ташып торорға ваҡыт та, көс тә кәрәк бит әле. Әйткәндәй, ҡарағайҙы үҫтереүе еңелдән түгел. Уларҙы ике йыл буйына яҡшылап тәрбиәләү һәм һыу ҡойоу талап ителә. Ә бит бында үҫентеләр берәү-икәү түгел, йөҙҙән ашыу...
Йылдар үтер, Урал Заманов ултыртҡан ҡарағайҙар тотош урманға әүерелер, шаулап үҫеп китер. Мәңге йәш, мәңге йәшел ағастар Ғүмәр ауылының матур бер биҙәгенә әүерелер, кем белә, бәлки, тап ошо урын киләсәктә Урал урманы йәки Урал ағай ҡарағайҙары ла тип аталыр әле...