Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән.
Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә, йәмле Һаҡмар, Шырҙы, Талашты йылғаларының ҡушылған урынында ята Темәс. Ул – Баймаҡтағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Һәр ағасы, ташы тере тарих һаҡлай Темәстең. Үткәндәре данлы һәм шанлы. Уны бәғзе тарихсылар “Башҡортостандың йөрәге” тип йөрөтөп, һис тә яңылышмайҙыр.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүгә Баймаҡ халҡы ғәйәт ҙур өлөш индергән. Тап Темәстә Башҡорт автономияһына бәйле хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙ зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә мөһим эштәр алып барған. Бында Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм башҡа аҫыл ир-уҙамандарҙың эҙҙәре һаҡлана, уларҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Сауҙа, мәғрифәт, дин...
Тарихтан күренеүенсә, ауыл башта Кәйепкәй тип йөрөтөлә. Аҙаҡ ул Темәс булып китә, был үҙгәреш 1755 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан, милли азатлыҡ өсөн көрәшкән Темәс Илекәевтең исеме менән бәйле. Ғөмүмән, Рәсәй тарихындағы бер хәл-ваҡиға ла Темәсте урап үтмәгән. 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында 15-се башҡорт полкы яугирҙәре, Темәс егеттәре Исмәғил Иҫәнғолов, Ирназар Илбаҡтин, Юныс Рахманғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мәмәлиндарҙың Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре һәм икешәр тапҡыр көмөш миҙал менән бүләкләнеүҙәре билдәле.
Уңайлы ерҙә урынлашҡан бай тәбиғәтле Темәс төрлө яҡтан сауҙагәрҙәрҙе, сәнәғәтселәрҙе үҙенә тартҡан. Ер эшкәртеү, малсылыҡтан тыш, бында тире эшкәртеү һәм кирбес заводтары, оҫтаханалар һалына, йылға буйҙарында тирмәндәр ҡорола, һатыу урындары, баҙар эшләй, йыл һайын ҙур йәрминкә үтә. Әйткәндәй, әле лә шул осорҙоң тере шаһиты булған бер нисә сауҙа йорто һаҡлана.
Ошолай заманса үҫеш өлгөһө күрһәткән Темәс аҡрынлап мәҙәниәт, мәғариф һәм дин үҙәгенә әүерелә, халыҡ һаны күбәйә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, XX быуат башында бында ике мең самаһы кеше йәшәй, ауыл сауҙагәрҙәр ҡаласығы һынын ала. XVIII быуат аҙағында унда ике мәсет була, береһендә мәктәп-мәҙрәсә ойошторолоп, балалар төрки телендә белем ала. Шулай уҡ урыҫ һәм урыҫ-башҡорт мәктәптәре асыла.
Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы осоронда Темәс айырыуса танылған төбәккә әйләнә, уның тарихына сағыу биттәр өҫтәлә.
Тәүге баш ҡала
Темәс – тәүге баш ҡалабыҙ. Был йәһәттән йәмәғәтселектә, тарихсылар араһында төрлө фекер йәшәй. Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1919 йылдың мартында Темәс Башҡорт Совет Республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
Был осорҙа Темәс бар төбәктең иғтибарын үҙенә тарта. Башында Әхмәтзәки Вәлиди торған Башҡорт Хөкүмәте һәм башҡорт ғәскәрҙәре Ырымбурҙан ошонда күсеп килә һәм Совет власы яғына күсә. 21 февралдә бында I Бөтә башҡорт хәрби съезы ойошторола, унда Башҡорт Совет Республикаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Эшкә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар етәкселек итә. 1919 – 1921 йылдарҙа бында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин Бөрйән-Түңгәүер кантонына һәм башҡарма комитетына етәкселек итә, яңы ҡоролошто урынлаштырыуға күп көс һала.
Совет осоронда, 1936 йылда, Ырымбур башҡорт педагогия училищеһын Темәскә күсереү был төбәк өсөн генә түгел, ә тотош республикаға бихисап белгес әҙерләү мөмкинлеген бирә. Егерменсе йылдарҙа уҡ асылған балалар йорто үкһеҙ етем ҡалғандарҙы 1956 йылғаса үҙ ҡыйығы аҫтына һыйындыра.
Темәс – тарихтың тәрән эҙҙәрен һаҡлаған төбәктәрҙең береһе. Ауылдың уртаһындағы бейек ҡалҡыулыҡта ике ҡатлы йорт урынлашҡан. Ул – 1896 – 1897 йылдарҙа төҙөлгән Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты бинаһы. 1919 йылдың ғинуарынан мартына тиклем бында Башҡорт Хөкүмәте эшләгән, 21-23 февралдә тәүге милли съезд үткән һәм идара итеүҙең яңы органы – Ваҡытлы комитет төҙөлгән. Ул осорҙоң шанлы тарихын һаҡлаған бинала әле Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.
Үткәндән – бөгөнгөгә
1963 йылда ауыл мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Миҙхәт Рязанов, археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында экспонаттар табып, музейға нигеҙ һала. Артабан район ҡаҙнаһынан аҡса бүленеп, махсус төҙөлөш бригадаһы иҫтәлекле бинаны ремонтлауға тотона. Ул йылдарҙа, әлбиттә, Темәстең тарихын яңыртыу, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич хаҡында мәғлүмәт йыйыу еңелдән булмай. Күптәр белгәнен дә өндәшмәүҙе хуп күрә. 1987 йылда музей филиал булып ҡала, барлыҡ эш әүҙемдәр иңенә һалына.
1991 йылда учреждениеға Башҡортостан дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы статусы бирелә. Унда этнографик ҡомартҡылар, төбәктең һәм ауылдың тарихын, Граждандар һуғышы, Совет власы, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙарын сағылдырған, ошо ерҙең билдәле кешеләре хаҡында һөйләгән экспонаттар бихисап. Шулай ҙа һәр кемдең иғтибарын тәү сиратта айырыуса үҙенсәлекле ҡомартҡылар – Әхмәтзәки Вәлидиҙең Каруанһарайҙағы эш өҫтәле, ултырғысы, ҡулъяҙмалары йәлеп итә. Улар 1936 йылда Ырымбур педагогия техникумының мөлкәте менән бергә килтерелгән.
Яңы быуатта республика етәкселеге ярҙамы менән музейҙа Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтенә арналған зал асыла. Балауыҙҙан эшләнгән һындар ул замандағы башҡорт зыялыларының төҫ-ҡиәфәтен, ҡараштарын да асыҡ сағылдыра...
Темәстең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында иң иҫтәлекле урын, әлбиттә, Башҡорт Хөкүмәте составының ҡарарҙар ҡабул итеү мәлен күрһәткән экспозиция. Ете тарихи шәхес хас та иҫән кеүек. Әйтерһең, халҡыбыҙҙың бөйөк улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муллаян Халиҡов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Юныс Бикбов, Нуриәғзәм Таһиров, Мөхәмәтхан Ҡулаевтар үҙ урынынан ҡалҡыныр ҙа халҡына өндәшер һымаҡ. Уларҙың буй-һынын ғына түгел, хатта йөҙ-ҡиәфәтен дә бар тулылығында һынландыра алған оҫталар.
Музейға оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫтаһы, тынғыһыҙ, рухлы замандашыбыҙ Рәмилә Әбсәләмова етәкселек итә. Башҡортостандың 100 йыллығын изге маҡсаттар менән ҡаршылай, данлы тарихы менән ғорурланып, төбәгенең бәҫен арттырып йәшәй темәстәр.
РЕДАКЦИЯНАН. Гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә Темәс ауылының бөгөнгө тормошо, йәшәйеше һәм халҡы тураһында махсус биттә уҡырһығыҙ.