Кисә. Бөгөн. Иртәгә10.10.2018
Республикабыҙ бер быуатлыҡ юбилейына етди әҙерләнә.

Башҡортостан халҡы бөгөн Республика көнөн билдәләй. Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа байрам саралары – тантаналар, концерттар, милли уйындар, спорт ярыштары, йәрминкәләр һ.б. үтә.

Данлы ла, шанлы ла тарихыбыҙға әйләнеп бағайыҡ. 1919 йыл. Совет һәм Башҡорт хөкүмәттәре араһында ил күләмендә тәүге автономиялы милли республика – Башҡорт АССР-ы – төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә төбәгебеҙ туҡтауһыҙ үҫеш юлында. Бер быуатлыҡ юбилейыбыҙҙы лайыҡлы ҡаршы алабыҙ.


Төҙөлөш – үҫеш билдәһе

Быйылғы Республика көнөнә әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе олпат юбилей – Башҡортостандың 100 йыллығы – алдынан уҙғарылған репетиция тип атарға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, оло байрам уңайынан төбәгебеҙҙә ҙур эштәр атҡарыла: мөһим проекттар тормошҡа ашырыла, социаль объекттар төҙөлә, фәнни һәм ижади конкурстар үткәрелә, төрлө акциялар ойошторола, бөйөк шәхестәрҙең исеме мәңгеләштерелә, тарих барлана, шәжәрәләр тергеҙелә...

Иң мөһим сараларҙың береһе – “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты. Күреп белеүебеҙсә, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттың төбәк үҫешендәге әһәмиәтен аңлап, республикалағы һәр район-ҡала халҡы ҡатнашыуға теләк белдергән, бихисап мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, исемлеккә иң кәрәкле, әһәмиәтле тип табылған проекттар индерелгән, тәү сиратта халыҡтың теләге, был төҙөлөшкә урындағы ихтыяж иҫәпкә алынған. Унда 48 мәктәп һәм балалар баҡсаһы, 20 спорт, 12 һаулыҡ һаҡлау объекты, 13 мәҙәниәт усағы һәм башҡа йүнәлештәге 13 объект индерелгән.

Планлаштырылған эштең күпмелер өлөшө тормошҡа ашырылды ла инде. Мәҫәлән, Бүздәктә, Красноусолда, Дәүләкәндә, Үрге Тәтешлелә, Яңауылда балалар баҡсалары асылды, Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында мәктәптең беренсе сираты төҙөп тапшырылды, Нуриман районының Иҫке Күл ауылында клуб, китапхана һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған социаль-мәҙәни үҙәк ҡалҡып сыҡты һ.б. Ошо һәм башҡа эштәр “Башҡортостан” гәзитендә даими яҡтыртыла бара.

Быйыл тамамланырға тейешле ҙур объекттар араһында Стәрле­тамаҡтағы (1225 урынлыҡ), Баҡалы ауылындағы (825 урынлыҡ) мәктәп­тәр, Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылындағы мәктәп-балалар баҡсаһы комплексы бар. Уларҙың сафҡа инеүен урындағы халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә. Башҡа объекттарҙа иһә эш дауам итә. Уларҙы ваҡытында тапшырыу бурысы ҡуйылған, хеҙмәт барышы даими һәм ныҡлы контролдә тотола.
Республиканың 100 йыллығына бәйле төҙөләсәк объекттарҙың дөйөм хаҡы ҡырҡ миллиард һумдан ашыу тип билдәләнә. Был яңы биналар ғына түгел, меңдәрсә өҫтәмә эш урыны, халыҡтың тормош кимәле күтәрелеүе тигән һүҙ.


Бер урында тапанмайбыҙ

Шуны билдәләмәү мөмкин түгел: юбилей йылы яҡынлашҡан һайын республикала иҡтисади, социаль күрһәткестәр, төрлө өлкәләрҙәге эш һөҙөмтәһе яҡшыра бара. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағындағы үҫеш буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында иң яҡшы өсәү араһында. Республика ваҡлап һатыу йәһәтенән илдә иң алдынғы ун төбәк рәтендә, ә торлаҡ төҙөлөшөнә килгәндә, икенсе урындабыҙ.

Башҡортостан – билдәле конгресс үҙәге: беҙҙә йыл һайын халыҡ-ара кимәлдәге тиҫтәләгән форум үтә, йөҙәрләгән эшлекле делегация килә. Ошоға бәйле һуңғы йылдарҙа “Өфө” аэропорты төҙөкләндерелде, һәм ул бөгөн Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала.

Урындарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2016 йылда Бәләбәй, Күмертау, 2017-лә Белорет, Нефтекама, Благовещен ҡалаларында тиҙләтелгән социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырылды. Былтыр Бәләбәй, Күмертау ҡалаларындағы инфраструктура объекттары төҙөлөшө өсөн федераль бюджеттан 1,2 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән, 600 эш урыны булдырылған.

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Күҙалла­ныуынса, программа 2030 йылға тиклем дауам итәсәк. Уның эшмәкәрлек даирәһе киңәйә, проект ун йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Тимәк, халыҡтың тағы ла күберәк проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге тыуа. Был маҡсат өсөн төбәк ҡаҙнаһынан киләһе йылдарҙа алты миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Билдәле булыуынса, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша.

Проект нигеҙендә һуңғы йылдарҙа республикала бихисап эш башҡа­рылды: юлдар йүнәтелде, ауылдар эсәр һыу менән тәьмин ителде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылды, урамдар яҡтыртылды, техника алынды, социаль тәғәйен­ләнештәге биналар төҙөкләндерелде һ.б.

Беҙҙе ситтә лә таныһындар өсөн

Башҡортостан халҡының физик һәм рухи сәләмәтлеге хаҡында хәс­тәрлек күреү, күңелдәрҙә Ватаныбыҙ­ға, уның бай тарихына, туған телгә, мәҙәниәткә, сәнғәткә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү ҙә – мөһим бурыстарҙың береһе.

Былтыр, мәҫәлән, “Бабич”, “Өфө­нән һөйөү менән” фильмдары мәҙәни тормошобоҙҙа үҙенсәлекле яңылыҡ булды. Күптән түгел “Салауат юлдарынан” киноһының премьераһы үтте. Киләһе йылда “Беренсе республика” тулы метражлы тарихи фильмының әҙер булыуы көтөлә. Китап сығарыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Миҫал өсөн, 100 йыллыҡ уңайынан рус һәм инглиз телдәрендә республикабыҙ хаҡында иллюстрациялы “Башҡортостан Республикаһы” энциклопедияһы нәшер ителәсәк.

“Рәсәй – минең тарихым” тип аталған интерактив тарихи парктың илдә икенсе булып тап беҙҙә асылыуы ла – әһәмиәтле ваҡиға. Бынан тыш, республикабыҙҙың баш ҡалаһында илле мең самаһы кеше “Арт-Өфө” II халыҡ-ара форумында ҡатнашты. Күптән түгел Өфөлә уҙған мобиль репортерҙар йыйыны ла республикабыҙҙың ил күләмендә танылыуына тағы бер этәргес булды.

Белеүебеҙсә, юбилей йылында төбәгебеҙҙә Халыҡ-ара балаларҙың йәйге уйындары үтәсәк, ә 2020 йылда тағы бер ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы көтөлә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: 100 йыллыҡ айҡанлы үткәрелгән саралар барышында, 2019 йылдың мартында, Башҡортостан Конституция Суды менән Фәндәр академияһы берлектә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарырға йыйына. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән хоҡуҡ, сәйәсәт белгестәре, иҡтисад­сылар, социологтар, философтар, экологтар һ.б. белгестәр ҡатнашыуы көтөлә. Сарала дәүләтселек нигеҙ­ҙәренә, уның үҫеш мөмкинлектәренә бәйле мәсьәләләр ҡараласаҡ.


Тәбиғәт биргән мөмкинлек

Республикабыҙ һоҡланғыс тәбиғә­те менән дан тота. Мәғрур тауҙар, та­ҙа һыулы йылға-күлдәр, ҡуйы урмандар, хәтфә болон-ҡырҙар турис­тарҙы йылдан-йыл күберәк ылыҡтыра.

Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡорт­ос­тандың ғына түгел, тотош донъя әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул фәнни йәһәттән күптән өйрәнелә, һуңғы осорҙа ла яңынан-яңы асыштар яһала. Былтыр, мәғлүм булыуынса, белгестәр мәмерйә эсендә ике үркәсле дөйә рәсемен тапты.

Мөғжизәле Шүлгәнташтың бөтөн ҡитғаларға таратырлыҡ тарихы бар. Ундай үҙенсәлекле боронғо мәмерйә­ләр донъяла бик аҙ. Ошоға бәйле һуңғы йылдарҙа Баш­ҡортостанда уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индереү буйынса ҙур эш алып барыла. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу, халыҡ-ара туристик маршрутҡа инеү Шүлгәнташты барлыҡ Ер шарына танытыу мөмкинлеген бирәсәк. Шулай ҙа комитеттың юғары талаптарына яуап биреү өсөн әлегә етди һәм оҙайлы эш талап ителә.

Абруйлы исемлеккә эләгеү ҡағиҙә­ләре һәм археологияны, йолаларҙы, мифологияны өйрәнеүгә бәйле башҡа мәсьәләләр Бөрйән районында өс йыл элек уҙғарылған халыҡ-ара симпозиумда ла ҡаралғайны. Урал батыр төйәгендәге форумға сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән билдәле ғалимдар килде, был, әлбиттә, сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. ЮНЕСКО талаптарына ярашлы, мәҙәни ҡомартҡы фәнни тикшеренеүҙәр өсөн генә ҡулланылырға тейеш, ә туристар өсөн эргәлә Шүлгәнташтың теүәл күсермәһен төҙөү кәрәклеге асыҡланды. Өс йыл дауамында археологтар, архитекторҙар, ғалимдар шул күсермәнең проектын әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарҙы.

Күптән түгел иһә бар республика халҡы өсөн ҡыуаныслы хәбәр еткерелде: Бөрйән районында “Шүлгән­таш” тарихи-мәҙәни комплексы төҙө­ләсәк. Эш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программа­һына ярашлы тормошҡа ашырыла­саҡ. Проектта билдәләнгәнсә, музей өс ҡатлы буласаҡ, дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Ул тәүлегенә ете йөҙгә яҡын кешене ҡабул итә аласаҡ. Музейға ингән ерҙе сәскә түтәлдәре, яҡтыртҡыстар, үҙенсәлекле скульптура композиция­һы биҙәйәсәк. Эргәһендә өс йөҙ тамашасыға иҫәпләнгән трибуналар менән урам сәхнәһен урынлаштырыу күҙаллана. Эргә-тирәләге биләмәлә газондар, клумбалар, ял итеү өсөн эскәмйәләр була. Төҙөлөшкә ике йылдан ашыу ваҡыт бирелә.

Музей-ҡурсаулыҡ Шүлгәнташтың тарихи-археологик, ландшафт-спелеологик үҙенсә­лектәрен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтел­гән. Нигеҙен биш төрлө экспозиция тәш­кил итә, төп экспонат – мәмерйә­нең бәләкәйләтелгән күсермәһе. Бинала археологик һәм ботаник коллекциялар урыны, ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр бүлмәһе, балалар ғилми үҙәге лә буласаҡ. Донъяла тиңе булмаған боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында урында лазерлы сканерлау ҙа ойоштороу ҡаралған. Шүлгәнташтың 3D моделе ярҙамында киләсәктә теләгән һәр кем виртуаль сәйәхәткә лә сыға аласаҡ. Күсермә мәмерйәнең ҙурлығын, унда ниндәй юлдар барлығын аңларға ярҙам итәсәк.

Әммә күптәр виртуаль сәйәхәт менән генә сикләнмәй. Мәмерйәгә ту­ристар ағымы артҡандан-арта. Рәсәйҙән генә түгел, тотош донъянан таш дәүер һәм ул осорҙағы кешелек тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар Башҡортостанға ағыла. Уңайлы шарттар тыуҙырылһа, әлбиттә, улар тағы ла күбәйәсәк. Был – донъя кимәлендә нығыраҡ танылыу, инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә йәнә бер һөҙөмтәле аҙым.

* * *
Республикабыҙ 100 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылай. Күп милләтле төбәгебеҙҙә халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәүе, именлеккә, ғилемгә ынтылыуы, тормошон яҡшыртырға тырышыуы, рухи ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлауы, бер-береһенең тарихын, динен, телен, мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт итеүе – тотороҡло үҫештең, яҡты киләсәктең төп нигеҙе.


Вернуться назад