Ауырғазы районында ауыр хәлгә тарыған йөклө ҡатындарға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтелә. Өйөндә иҙелеүҙән һәм йәберләнеүҙән ҡайҙа ҡасырға белмәгән гүзәл заттар өсөн кризис үҙәге ишектәре һәр саҡ асыҡ.
Үҙәк урындағы меценат Денис Мигаль тарафынан әсәһенең йортонда асылған һәм “Ярослава” исемен йөрөтә. Бөтә сығымды ойоштороусы үҙ иңенә алған. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре гүзәл заттарға аш-һыу әҙерләүҙә, йорт һәм ҡул эштәрендә ярҙам күрһәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бында төрлө дин һәм милләт вәкилдәре килә ала. Хаҡ түләргә кәрәкмәй. Әммә хеҙмәткәрҙәр һәр төрлө ярҙамды, йылы әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте, балалар уйынсыҡтарын ҡыуанып ҡабул итә.