Кушнаренкола — “Рашмор тауы”10.10.2018
Кушнаренко ауылында таш һындар паркы барлыҡҡа килде. Халыҡ оҫтаһы Ағиҙел эргәһендәге ҡаяла мифик һындарҙы уйып яһай.

Әле ҙур дүрт скульптура әҙер, ҡышҡа тиклем тағы ла бер нисә һын барлыҡҡа киләсәк. Элекке эшҡыуар, белеме буйынса уҡытыусы-рәссам, хәҙер инде ташты уйып һын яһаусы Илфир Хәйруллин быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан. Эшһеҙ тороп күнекмәгән оҫта буш ваҡытын үҙенсәлекле ижадҡа арнарға ҡарар иткән.

Кушнаренко ауылындағы “Самолет” паркында әкиәти йәнлектәрҙе: йоҡоға талған бесәйҙе, көләкәс аждаһаны, аҡыллы йыланды һәм йыртҡыс крокодилды күрергә мөмкин.


Вернуться назад