Еңеүсе илдең балалары15.05.2012
Еңеүсе илдең балаларыЯҙ. Еңеү. Тыныслыҡ. Был өс төшөнсә күпме йылдар инде күңелдәрҙе берсә шатландыра, берсә һағышҡа сорнай, берсә үткәндәргә алып ҡайта.
Баш ҡаланың 21-се лицей уҡыусылары ла был көндәрҙе күтәренке рухта ҡаршыланы.
— Беҙ — Еңеүсе илдең балалары. Ошо аяҙ күкте, тыныс тормошто бүләк иткән атай-олатайҙарыбыҙға, әсәй-өләсәйҙәребеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ. Уҡыусылар бындай байрамдарҙы һәр саҡ тулҡынланып көтөп ала — һуғыш тураһындағы хәтирәләр, ветерандар менән осрашыуҙар, хәрби смотрҙар уларҙы тарихҡа яҡынайта, — ти белем усағының директоры Елена Короткова.
Лицейҙа хәрби-патриотик тәрбиә юғары кимәлдә ойошторолған. Мәктәп етәкселегенең тырышлығы менән асылған тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре класы үҙеЕңеүсе илдең балалары генә ни тора! Уҡыусылар бында хәрби хеҙмәткә әҙерлекте, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен заманса ҡорамалдар, мультимедиалы йыһаздар, интерактив таҡталар, документаль фильмдар ярҙамында үҙләштерә.
— Әлбиттә, бөтөн нәмәне заман технологияларына япһарыу урынһыҙ. Рухи тәрбиәне, ысын ватансылыҡ тойғоһон балалар барыбер төрлө быуын вәкилдәре менән осрашыу, аралашыу ваҡытында ала, — ти тормош хәүефһеҙлеге һәм хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре уҡытыусыһы Илдар Тинчурин.
...Еңеү маршы яңғырай. Бер сафҡа теҙелеп баҫҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр, тип-тигеҙ атлап, көйгә ҡушыла. Йөҙҙәре етди, ә ҡараштарында — шатлыҡ сатҡыһы. Тыныс тормошҡа, бәхетле бала саҡҡа, аяҙ күккә рәхмәт билдәһе ул!
Алһыу ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад